Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Апрель , 18:50

Һигеҙ мең ҙур ағас һәм 82 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ

Республика “Йәшел Башҡортостан”ға әҙер.

Һигеҙ мең ҙур ағас һәм 82 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ
Һигеҙ мең ҙур ағас һәм 82 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ

Респубикала быйыл да кәрәкле һәм мөһим “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үтәсәк. Акцияның быйыл нисек ойошторолоуы тураһында Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе барышында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова һөйләне. Уның белдереүенсә, сарала 99 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Улар араһында биш мең ирекмән һәм ете меңдән ашыу махсуслаштырылған ойошма вәкилдәре буласаҡ, 1600 берәмек техника йәлеп ителәсәк. Акция барышында һигеҙ мең самаһы ҙур ағас һәм 82 мең башҡа үҫенте ултыртыласаҡ. 72 яңы тематик аллея булдырыла. Бынан тыш уҙған йылдарҙа ултыртылған 1000 ағасты һәм 5400 ҡыуаҡлыҡты комплекслы йәшелләндереү көтөлә. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә Өфөлә алты мең ағас һәм ҡыуаҡлыҡ ултыртыла. Әлеге ваҡытта яҡынса 221 урын билдәләнгән. 152 ихата һәм 69 йәмәғәт биләмәһендә лә был эштәр ҡаралған.

Өфө ҡалаһының юбилейы айҡанлы үҙәк урамдарҙың ҡыҙыл линияларында 450 декоратив йүкә ултыртыу планлаштырылған. “Родина” кинотеатры, “Башҡортостан” дәүләт концерт залы, М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры алдында миҙгел сәскәләре менән скверҙар эшләнәсәк. Шулай уҡ бында бәләкәй архитектура формалары ҡуйыласаҡ.

Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, 20 апрелдә Башҡортостанда “Хәтер баҡсаһы” акцияһы башлана. Сара апрель-май айҙарында үтәсәк. Акцияла Рәсәйҙең бөтә төбәктәре һәм 35 дуҫ ил ҡатнаша.

Башҡортостандың урман хужалыҡтары урман фондында 80 участка әҙерләгән, уларҙа 140 гектар майҙанда 500 мең яңы ағас ултыртыласаҡ. Ә 2024 йылдың урман культуралары миҙгеле өсөн 50 миллион үҫенте әҙерләнгән, уларҙың 3,5 миллионы ябыҡ тамыр системаһы менән. Бының өсөн урман хужалыҡтарында 65 теплица һәм асыҡ грунтта 64 урман питомнигы бар. Был күләм бөтә республика ихтыяжын ҡаплай.

“Хәтер баҡсаһы” акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыу көнө, урыны һәм ваҡыты тураһында мәғлүмәт акцияның рәсми сайтында урынлаштырылған онлайн-картала күрһәтеләсәк. Башҡортостанда ағас ултыртыуҙың үҙәк майҙаны “Патриот” паркында була, бында 300 йүкә ултыртырға планлаштыралар.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: