Бөтә яңылыҡтар
Экология
15 Апрель , 19:10

Урмандар янмаһын өсөн

27 апрелдән Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелә.

Урмандар янмаһын өсөн
Урмандар янмаһын өсөн

27 апрелдән Башҡортостан биләмәһендә янғынға ҡаршы махсус режим индерелә. Республика Башлығы Радий Хәбиров төбәктең оператив хеҙмәттәре тәҡдиме нигеҙендә ошондай ҡарар ҡабул итте.

Бындай режим тәбиғи янғын, шулай уҡ тораҡ пункттарҙа янғын сығыу хәүефен кәметеү өсөн кәрәк. Был осорҙа янғын хәүефһеҙлеге буйынса өҫтәмә талаптар билдәләнә, шул иҫәптән усаҡ яғыу, ҡоро үлән яндырыу тыйыла, халыҡтың урманға барыуы сикләнә. Бер үк ваҡытта административ яуаплылыҡ та арта, янғынға ҡаршы махсус режимды боҙған өсөн штрафтар ике тапҡырға арта.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә көстәрҙең һәм сараларҙың алдағы янғын хәүефе миҙгеленә әҙерлеген тикшерҙеләр.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов хәбәр итеүенсә, төбәк Хөкүмәте ҡарары менән тәбиғи һәм ландшафт янғындары таралыу хәүефе янаған 187 тораҡ пункт, 62 коммерцияға ҡарамаған баҡса ширҡәте һәм 45 балалар һауыҡтырыу лагеры билдәләнгән.

Янғындарҙы булдырмау һәм һүндереү өсөн Башҡортостанда Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү системаһының Башҡортостандағы территориаль ярҙамсы системаһынан 22 меңләп кешенән һәм 5,5 мең берәмек техниканан торған төркөм төҙөлдө. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығының аэромобиль төркөмө лә даими әҙерлек һыҙығына ҡуйылған.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Кирилл Первов хәбәр итеүенсә, 765 кешенән һәм 130 берәмек техниканан торған янғын-ҡотҡарыу бүлектәре янғын хәүефе осорона әҙер.

Башҡортостанда артмаҡлы 1 100 янғын һүндергес, шулай уҡ 18 күсмә янғын резервуары әҙерләнгән. Республиканың Уҡыу-методика үҙәгендә янғындарҙы һүндереү программаһы буйынса 2 меңдән ашыу волонтер уҡытылған. 2022 йылда республика бюджеты иҫәбенә янғын сыҡҡан урындарға шәхси составты тиҙ арала еткереү өсөн ике автобус һатып алынған. Ка-32 янғын-ҡотҡарыу вертолеты даими дежурҙа, ул оператив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн 46 тапҡыр йәлеп ителгән.

Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов ведомствоға ҡараған урман янғындары формированиеларының дөйөм төркөмө 950-нән ашыу кешене һәм 650 берәмек техниканы тәшкил итеүен билдәләне. Урмандарҙа янғын хәүефһеҙлегенә мониторинг күп кимәлле система буйынса – йыһан мониторингы ярҙамында, авиация һәм ерҙә патруллек итеү юлы менән һәм “Урман һағы” видеомониторинг системаһын файҙаланып ойошторола.

1 майға тиклем муниципалитеттар урман массивтарына яҡын урынлашҡан тораҡ пункттар, иҡтисад һәм социаль өлкә объекттары тирәләй һөрөүҙе тәьмин итергә, шулай уҡ 10 метрҙан кәм булмаған киңлектәге буфер зоналарының ҡоро үләндән һәм янар материалдарҙан таҙартыуҙы йәки 1,4 метрҙан кәм булмаған киңлектәге янғынға ҡаршы минераллаштырылған һыҙат эшләүҙе контролдә тоторға тейеш.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: