Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Апрель , 12:00

Ошо ҡоштоң исемен беләһегеҙме?

Ә беҙ беләбеҙ... 

Ошо ҡоштоң исемен беләһегеҙме?
Ошо ҡоштоң исемен беләһегеҙме?

Башҡортостандың Йомағужа һыуһаҡлағысы янында бына ошондай ҡошто фотоға төшөрөп алғандар, тип хәбәр итәләр “Башҡортостан” милли паркының телеграм-каналында. Исеме лә бик үҙенсәлекле – вальдшнеп.

Был ҡоштоң күҙҙәре 360 градус әйләнәлә күреүгә һәләтле. Ул үҙе күп осраҡта бер ниндәй ҙә тауыш сығармай. Уларҙы төндә генә күрергә мөмкин, сөнки көндөҙ йоҡлайҙар, йәғни ял итәләр. 

Вальдшнептар яңғыҙ йәшәүҙе хуп күрә, бары тик бала сығарыу осоронда ғына парлаша. Яңы сыҡҡан ҡошсоҡтарҙы инә ҡош үҙе ҡарай.

Фотоны Рәмил Хәмитов төшөрөп алған.

Фото: Рәмил Хәмитов. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: