Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Апрель , 18:00

Америка сағандары урынына – Өфө йүкәләре

Эште оҙаҡҡа һуҙмаясаҡтар, ошо ял көндәрендә уларҙы ултырта башлаясаҡтар.

Америка сағандары урынына – Өфө йүкәләре
Америка сағандары урынына – Өфө йүкәләре

Баш ҡаланың Сергей Аксаков исемендәге баҡсаһы буйлап Яңы Күпер урамында ағастар һанын  2,5 тапҡырға арттырасаҡтар. Был хаҡта социаль селтәрҙәге битендә Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итә.

Эре ағастарҙың тәүге партияһы Горзеленхозға килтерелгән дә инде. Эште оҙаҡҡа һуҙмаясаҡтар, ошо ял көндәрендә уларҙы ултырта башлаясаҡтар.

–Вәғәҙә итеүемсә, Америка сағандарын һәм дардар (ҡорос) ағастарын Өфө йүкәләренә алмаштырасаҡбыҙ. Ҡалабыҙҙы йәшелләндереү өсөн быға тиклем дә эшләнек һәм артабан да эшләйәсәкбеҙ!– тип белдергән сити-менеджер.

 Фото: https://vk.com/ratmir.mavliev

Америка сағандары урынына – Өфө йүкәләре
Америка сағандары урынына – Өфө йүкәләре
Америка сағандары урынына – Өфө йүкәләре
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: