Экология
29 Апрель 2024, 09:00

Тантаналы сараға килегеҙ!

“Торатау” визит-үҙәк ҡунаҡтарын һәм шиханға күтәрелергә теләүселәрҙе уңайлы тирмәләр көтә...

Тантаналы сараға килегеҙ!Тантаналы сараға килегеҙ!
Тантаналы сараға килегеҙ!

4 майҙа “Торатау” визит - үҙәк эргәһендә тантаналы рәүештә этнокомплекс асыласаҡ. Ул алты башҡорт тирмәһенән торған ансамблде тәшкил итә.

–“Торатау”визит-үҙәк ҡунаҡтары һәм шиханға күтәрелергә теләүселәр өсөн беҙ уңайлы тирмәләр эшләнек. Улар бер комплексҡа үҙ-ара тоташҡан һәм йыл әйләнәһенә эшләйәсәк, – тип аңлатты “Торатау” геопаркының генераль директоры Артур Иҙелбаев.

 Иң ҙур һәм ҡупшы тирмә – 12 квадрат метрлыҡ майҙанлы, ҡунаҡтар өсөн кафе хеҙмәтен үтәйәсәк. Тирмәләрҙең береһендә сувенирҙар һатыласаҡ. Тағы береһе  белем биреү, төрлө ғилми-популяр саралар үткәреү өсөн файҙаланыласаҡ. Конференциялар, кәңәшмәләр һәм конкурс саралары үткәреү өсөн тағы бер тирмә ҡулланыласаҡ. Ике тирмә – ҡунаҡтар өсөн. Улар уңайлы йоҡо урындары, кухня менән йыһазландырылған. Бөтә тирмәләр ағас һуҡмаҡ менән тоташтырылған, яҡтылыҡ үткәрелгән, баҫҡыстар ҡуйылған.

Экокомплексты асыу тантанаһы 12 сәғәттә башлана.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/23756/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас