Экология
10 Май 2024, 15:20

Әлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙ

Улар артабан әүҙем үрсергә тейеш. Әлеге ваҡытта бында ебәрелгән балыҡтарҙың ауырлығы 150 грамм тирәһе. Үҫеп еткәс, уларҙың массаһы 30 килограмға һәм унан да күберәккә етергә мөмкин.

Әлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙӘлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙ
Әлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙ

«Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» акционерҙар йәмғиәте Таналыҡ йылғаһы буйындағы Хворостян һыу һаҡлағысына төрлө тоҡомло 1200 килограмм балыҡ селбәрәһе ебәрҙе. Һаҙан, аҡ амур балыҡтары тап ошондай һыуға яраҡлашҡан. Бер йәшлек селбәрәләр яңы мөхиткә тиҙ өйрәнер тип ышана экологтар.

«Һыу һаҡлағыстарҙы балыҡ менән байытыу — Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатының экологик программаһының тағы бер мөһим йүнәлеше. Бер нисә йыл дауамында предприятиебыҙ районында тирә-яҡ мөхитте яҡшыртыу буйынса әүҙем эш алып бара: ағас ултыртыу, тау тоҡомдарын мелиорациялау, төрлө экологик саралар үткәреү. Бынан тыш, һыу сифатын даими күҙәтеп барабыҙ. Ә бөгөн Таналыҡ йылғаһы буйындағы һыу һаҡлағысҡа тоннанан ашыу балыҡ ебәрҙек », – ти предприятиеның генераль директоры Рөстәм Аблаев.

Был балыҡтар ылымыҡтарҙы әүҙем ашай һәм һыу ятҡылығын таҙарта. Мәҫәлән, аҡ амур бер килограмм ауырлыҡ йыйыр өсөн яҡынса 80 килограмм ылымыҡ ашай.

Әлеге ваҡытта балыҡтарҙың ауырлығы 150 грамм тирәһе. Үҫеп еткәс, уларҙың массаһы 30 килограмға һәм унан да күберәккә етергә мөмкин. Улар артабан әүҙем үрсергә тейеш, шуға күрә ойоштороусылар балыҡсыларҙың барыһына ла был төр балыҡтарҙы тотоуҙан баш тартырға һәм уларға беҙҙең йылғаларҙа үрсеү мөмкинлеген бирергә саҡыра.

Сарала Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, район хакимиәте вәкилдәре, завод хеҙмәткәрҙәре һәм Бүребай ауылы мәктәбенең 3-сө синыф уҡыусылары ҡатнашты. Балалар селбәрә ебәреү процесын күҙәтеп ҡыуанды һәм сарала рәхәтләнеп ҡатнашты.

Бындай башланғыстар тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән мөһим аҙымдарҙың береһе булып тора.

 

Фотолар Бүребай ауылы советы сайтынан алынды.

Әлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙ
Әлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙ
Әлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙ
Әлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙ
Әлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙ
Әлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙ
Әлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙ
Әлегә был балыҡтарҙы тотмай тороғоҙ
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас