Быйылғы йәй бик эҫе булыр тип фаразлайҙар ине. Киләһе аҙна, ысынлап та, шулай булмаҡсы. Гисметео порталы синоптиктары ентекле мәғлүмәттәр әҙерләне.
Эҫе көндәр шишәмбелә, 11 июндә, әйләнеп ҡайта. Көндөҙ һауа температураһы +29 градусҡа тиклем күтәреләсәк. 12 июндә иһә бер градусҡа йылыраҡ була – плюс 30 градус. Артабан +31 градусҡаса күтәрелә.
Ял көндәрендә термометр +32 градус күрһәтәсәк. Төндәрен был осорҙа 17-нән 21 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.
Киләһе аҙнала яуым-төшөм фаразланмай.
Эҫе көндәрҙә үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.
Автор фотоһы.