Экология
11 Июль 2024, 05:50

Төлкө һәм бүре аулаған өсөн - премия

Түләү күләме күпме?

Төлкө һәм бүре аулаған өсөн - премияТөлкө һәм бүре аулаған өсөн - премия
Төлкө һәм бүре аулаған өсөн - премия

Башҡортостанда төлкө һәм бүре аулаған өсөн премия түләргә уйлайҙар.

Проектта, ҡырағай хайуандарҙа ҡотороу ауырыуы артыуын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән сараларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн, дәртләндереү сараһы индереү планлаштырыла, тип билдәләнә.

Бер төлкө аулаған өсөн түләүҙе 1 мең һум кимәлендә билдәләргә теләйҙәр, бер бүре, енесенә һәм йәше ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, 10 мең һум. Экология министрлығы премияны хайуандарҙы аулауға рөхсәт алған физик шәхестәрҙең ғаризалары нигеҙендә түләйәсәк.

Фото: https://t.me/rbc_ufa/5617

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас