Экология
26 Июль 2024, 13:15

Кама буйҙары таҙарҙы

Башҡортостандың иң ҙур йылғаларының береһенең ярҙарын таҙартыуға Рәсәйҙең биш төбәгенән ике меңдән ашыу кеше сыҡты

Кама буйҙары таҙарҙыКама буйҙары таҙарҙы
Кама буйҙары таҙарҙы

Ирекмәндәр акцияһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған “Экология” милли проекты нигеҙендә, “Рәсәй һыуы” сараһы сиктәрендә уҙҙы. Рәсәйҙең биш төбәгендә бер үк ваҡытта башланған сарала ике меңдән ашыу ирекмән ҡатнашты.

Кама – Башҡортостан буйлап аҡҡан иң ҙур йылға. Ул Удмурд республикаһы, Пермь крайы, Киров өлкәһе, Татарстан республикаһы аша үтә һәм Волгаға ҡоя. Йылғаның оҙонлоғо 1805 километр. Ғалимдар билдәләүенсә, Кама Волганан алдараҡ барлыҡҡа килгән.

Ямғырлы һәм һыуыҡ көнгә ҡарамаҫтан, Краснокама районының һабантуй үткәргән биләмәһе бөгөн гөрләп торҙо: бында төрлө тарафтарҙан ирекмәндәр ағылды: депутаттар, студенттар, эшҡыуарҙар, экологтар һәм башҡалар.

Сараны видеобәйләнеш аша Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары министры урынбаҫары Максим Корольков асты.
“Ирекмәндәр ярҙамы менән яр буйҙарында йыйылған сүп-сар һыуға түгел, ә ҡайтанан эшкәртеүгә эләгәсәк. Тимәк, Кама таҙарасаҡ. Башҡортостан йылдағыса “Рәсәй һыуы” акцияһында ҡатнашыусы төбәктәр араһында алдынғылар иҫәбендә. Республика халҡы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йәһәтенән әүҙем икәнлеген беләбеҙ. Былтыр бөтә Рәсәй биләмәһендә үткән был акцияла ҡатнашып, республика бишенсе урынға сыҡты. Йәмғеһе сарала 70 мең кеше ҡатнашҡан, 3850 километр яр буйҙары таҙартылған. Был Өфөнән Мәскәүгә илткән юл оҙонлоғона торошло”, - тине ул.

Шулай уҡ акцияла ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Джеф Монсон тәбрикләне. Ул һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм әле өлкәндәр һыуҙы һәм ярҙарҙы таҙа тотоу, уларҙы киләсәк быуынға шул көйөнсә тапшырыуҙа яуаплы тип билдәләне.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Биргулиев билдәләүенсә, Башҡортостанда экологик мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүленә, ә “Рәсәй һыуы” акцияһы төбәктә иң күп ирекмәндәр йәлеп иткән сара.

  • Һәр кем һыу ятҡылыҡтарын һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш, тик шул саҡта ғына беҙ һөҙөмтә күрәсәкбеҙ, тине Камил Флүр улы.

Ирекмәндәр 10,8 километр яр буйын таҙартты, 95 тоҡ ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйҙы, шуларҙың 68-е пластик, 8-е төрлө металл ҡалдығы, 23-ө быяла булды.

 

Автор фотолары.

Кама буйҙары таҙарҙы
Кама буйҙары таҙарҙы
Кама буйҙары таҙарҙы
Кама буйҙары таҙарҙы
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас