“Асылыкүл” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән махаон күбәләген фотоға төшөрөп алған.
Белгестәр билдәләүенсә, әлеге күбәләктең генә 37 төрө бар. Ҡанаттарының оҙонлоғо - 6 – 10 сантиметр. Һары төҫтә, төртөктәре күкһел. Майҙан алып сентябргәсә әүҙем тормош алып баралар, тыуған ерҙәрендә үк ҡышлайҙар. Һыуһындарын иртәнге ысыҡ менән ҡандыралар. Көн дауамында бер тамсы сәскә һуты эсәләр!
Ә һеҙ тәбиғәттә махаон менән осрашҡанығыҙ бармы? Ниндәй күбәләктәрҙе фотоға төшөрөп өлгөрҙөгөҙ?
Фотолар "Асылыкүл" тәбиғәт паркынан алынды.