«Смарт парк» үҙәге» автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы Башҡортостан Республикаһының һанлы атласы проектын тормошҡа ашыра. Был проект сиктәрендә Башҡортостан тураһында уникаль объекттар һәм факттар һүрәтләнгән электрон йыйынтыҡ булдырыласаҡ, республика халҡына һәм уның ҡунаҡтарына тыуған төйәгебеҙҙең күп яҡлылығы һәм үҙенсәлеге асыласаҡ.
Республикабыҙҙың һанлы атласын ойоштороуҙа ҡатнашығыҙ, районығыҙҙың аҙ билдәле (йәки онотолған) факттары һәм объекттары хаҡында һөйләгеҙ. Бының өсөн түбәндәге һылтанма буйынса үтергә һәм ойоштороусыларҙың һорауҙарына яуап бирергә кәрәк: https://forms.yandex.ru/u/66ba83a25d2a062a82da3d57/
Тыуған яғыбыҙҙың үҙенсәлекле йәки аҙ билдәле тарихи ҡомартҡылары, гастрономик аш-һыу, артыҡ билдәле булмаған йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр, кәсептәр хаҡында һөйләргә теләһәгеҙ, һорау алыуҙы үтеп, үҙегеҙ хаҡында белдерегеҙ. Был күп тигәндә 10 минут ваҡытты ала.
Проект яңылыҡтары менән рәсми төркөмдә танышырға мөмкин: https://vk.com/tuganyak_media
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
#ГрантыРБ #ФСГОРБ #смигранты2024 #туганяк