Республикала Рәсәй Эске эштәр министрлығының Краснокама районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре Әшит ауылы янында сит ил автомобилен туҡтата. Полиция хеҙмәткәрҙәре Благовещен ҡалаһынан 48 йәшлек ир идара иткән сит ил автомобиленең багажнигында 26 тоҡ таба. Уларҙа 11 мең дананан ашыу тере йылға ҡыҫалаһы була - дөйөм ауырлығы 324 килограмм.
Тәртип һаҡлау органдары асыҡлауынса, ҡыҫалаларҙың 80 проценты йәш булып сыға, уны тотоу тыйылған. Законһыҙ сығарылған биологик сығанаҡтарҙың дөйөм хаҡы 1,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.
Ҡулға алынған кешенең әйтеүенсә, ҡыҫалаларҙы республиканың Благовещен ҡалаһындә һатырға теләгәндәр. Ир-аттың был тауарға рөхсәт ҡағыҙҙары ла булмаған.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсегә ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 171.1 статьяһының 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Әлеге ваҡытта ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән артабанғы оператив саралар һәм тикшереү эштәре алып барыла. Тартып алынған йылға ҡыҫалалары тәбиғи йәшәү мөхитенә ебәрелгән.
Фото: Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.