Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Сентябрь , 11:30

50-нән ашыу уникаль объект яҡлаулы буласаҡ

“Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, “Асылыкүл”, “Ҡандракүл”, “Мораҙым тарлауығы”, “Ирәмәл” тәбиғәт парктары, Ҡуштау, Торатау, Йөрәктау тәбиғәт ҡомартҡылары Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы яҡлауы аҫтында буласаҡ.

50-нән ашыу уникаль объект яҡлаулы буласаҡ
50-нән ашыу уникаль объект яҡлаулы буласаҡ

Республиканың 50-нән ашыу уникаль объекты "һаҡлау аҫтында" статусын аласаҡ. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһының милли мираҫы дәүләт реестры тураһында”ғы Закон ҡабул итергә йыйына.

2021 йылда яңыртылған Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы ата-бабаларҙың хәтерен, быуындарҙың күсәгилешлеген һәм теләктәшлеген һаҡлау тураһында положение менән тулыландырылды. Хәтер һәм күсәгилешлек – ул тәү сиратта тарихҡа, мәҙәниәткә, тәбиғәт ҡомартҡыларына һаҡсыл ҡараш. Уникаль объекттарға һаҡлау статусын биреү өсөн уларҙы Башҡортостан Республикаһының милли мираҫы дәүләт реестрына индерергә тәҡдим ителә. Реестр закон менән раҫланасаҡ. Башҡортостан Республикаһы Башлығы парламентҡа тейешле закон проектын тәҡдим итте. Депутаттар документты көҙгө сессия осоронда ҡараясаҡ, – тип аңлатма бирҙе Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

Документта матди ҡомартҡылар ғына түгел, ә рухи мираҫтың матди булмаған объекттары ла сағылыш таба.

– Башҡортостан Республикаһы Конституцияһына махсус яҡлау аҫтында булған объекттар индерелде – “Шүлгәнташ” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, “Асылыкүл”, “Ҡандракүл”, “Мораҙым тарлауығы”, “Ирәмәл” тәбиғәт парктары, Ҡуштау, Торатау, Йөрәктау тәбиғәт ҡомартҡылары. Милли мираҫтың Дәүләт реестрына индерелгән башҡа объекттар ҙа шундай уҡ һаҡлау статусын аласаҡ, мәҫәлән, Аксаковтың йорт-музейы, Торахан кәшәнәһе, Хөсәйенбәк кәшәнәһе, Салауат Юлаев һәйкәле, Дуҫлыҡ монументы, сиркәү, мәсет һәм башҡалар.

Закон проекты менән бөтәһе 50-нән ашыу рухи, мәҙәни, тарихи һәм тәбиғи мираҫ объектын индерергә тәҡдим ителә. Республиканың тәбиғәт ҡомартҡыларынан һәм иҫтәлекле урындарынан тыш, был - республиканың милли мәҙәниәтенең бай палитраһын билдәләүсе уникаль тауарҙар һәм техникалар: башҡорттарҙың туй йолалары комплексы, традицион һәм йола – байрам эсемлеге булараҡ ҡымыҙ, башҡорт тирмәһен әҙерләү технологияһы, традицион көрәш, башҡорт халыҡ музыкаль-поэтик ижады һәм башҡалар. Улар араһында Реестрға матди булмаған этномәҙәни байлыҡ объекты булараҡ башҡорт теле лә индерелә, – тине Константин Толкачев.

Законды ҡабул итеү рухи, мәҙәни, тарихи һәм тәбиғи мираҫтың уникаль объекттарын һаҡлауға һәм популярлаштырыуға булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан Республикаһының милли мираҫы дәүләт реестрына үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү тәртибен Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте билдәләйәсәк.

Һүрәттә: Йөрәктау.

Фото: Геопарк «Торатау»

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: