Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Сентябрь , 15:00

Сүп өйөмдәре тәбиғәтте бысратмаһын

Башҡортостанда тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү билдәләренә эйә булған объекттар исемлеге төҙөлдө. Улар араһында Әбйәлил районының Асҡар ауылы янындағы сүплек тә бар.

Сүп өйөмдәре тәбиғәтте бысратмаһын
Сүп өйөмдәре тәбиғәтте бысратмаһын

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы урындағы үҙидара органдары менән берлектә тирә-яҡ мөхиткә зыян килтереү билдәләренә эйә булған объекттар исемлеген төҙөнө. Улар араһында Әбйәлил районының Асҡар ауылы янындағы сүплек тә бар.

Етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарының республика кадастры мәғлүмәттәре буйынса, Асҡар ауылы янындағы был ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өйөмө 3,8 гектар майҙанды биләй. Рәсәйҙең Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығына ебәрелгән ошо объекттар исемлеге уларҙы “Генераль йыйыштырыу” федераль проектына индереү маҡсатында төҙөлгән.

Рәсәй министрлығы ҡушыуы буйынса Асҡар ауылындағы ташландыҡтар урынын “Росприроднадзор” менән “Роспотребнадзор” ентекләп тикшергән, баһалаған һәм юҡҡа сығарылырға тейешле объекттар исемлегенә индергән.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы был рөхсәтһеҙ тупланған ҡалдыҡтар өйөмөн юҡҡа сығарыу буйынса “УниСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән дәүләт килешеүе төҙөгән. Дәүләт экология экспертизаһын йәмәғәт тикшереүенә сығарыу осоро быйылғы 20 июлдән 19 авгусҡа саҡлы үткәрелде. Артабан Асҡарҙағы ошо объектты юҡҡа сығарыу проектының документтары смета хаҡын әҙерләүгә йүнәлтелә.

Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

“Беҙ республикала экология мәсьәләләрен планлы һәм ныҡышмалы рәүештә хәл итәбеҙ. Ике йылдан ашыу ваҡыт эсендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең инфраструктураһын булдырҙыҡ. Хәҙер сүпте сорттарға айырыу, эшкәртеү һ.б. мәсьәләләренә тотонабыҙ.  Шуға күрә беҙҙең ҙур илебеҙҙә булған иң яҡшы ғәмәлдәр менән танышыу һәм уларҙы ҡулланыу мөмкинлеге бар”.

(“Экология һәм технология” күргәҙмәһен асыу тантанаһындағы сығышынан, 2022 йылдың 12 апреле).

ФЕКЕР

Нияз ФАЗЫЛОВ, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры:

- Быйыл “Экология” милли проекты тамамлана, уға алмашҡа “Экологик именлек” тип аталған яңы проект киләсәк. Был проект тормош өсөн сәләмәт һәм хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыуҙы, иҡтисади үҫеште һәм яңы мөмкинлектәр тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.

Яңы милли проект алты федераль проектты эсенә аласаҡ: “Генераль йыйыштырыу”, “Ябыҡ цикл иҡтисады”, “Таҙа һыу”, “Рәсәй һыуҙары”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һаҡлау”. Беҙ уларҙа ҡатнашыуҙы планлаштырабыҙ.

 Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: