Был шишмәнең ҡасан барлыҡҡа килгәнен әйтеүе лә ҡыйын. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында уҡ бында самауырға оҡшаш торбалар эшләгәндәр. Шунан бирле халыҡ телендә уны "Самауыр шишмәһе" тип атайҙар. Теште сатнатырҙай һыуыҡ һыуҙы алырға тип эргә-тирәләге ауылдарҙан ғына түгел, Сибай ҡалаһынан да күпләп киләләр. Шишмә эргәһенең тынып торғаны юҡ. Машиналар өҙөлмәй. Уны табыуы ауыр түгел: навгиаторҙа "Самауыр шишмәһе" тип йыйһаң, юлды шунда уҡ һалып бирә. Аҙашырмын, тимә. Һыуы ҡышын да туңмаған шишмә Һарабатыр тауы итәгенән ағып сыға һәм Ҡаҙаҡсапҡан йылғаһына ҡоя.
Таһир Таштимеров әйтеүенсә, улар аш-һыу әҙерләргә, сәй ҡайнатырға һыуҙы тик ошо шишмәнән генә алалар. Сәйнүктә юшҡын булмауы – һыуҙың таҙалығына ишара. Сибай ҡалаһы хакимиәтенән белдереүҙәренсә, шишмәне һуңғы тапҡыр 2019 йылда төҙөкләндергәндәр. Эргә-тирәһен матурларға, юлды тигеҙләүгә йәмғеһе 94 мең һум аҡса йүнәлтелгән. Экологик тәрбиә, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш ошондай бәләкәй инештәрҙән башлана ла инде.
Сибай ҡалаһының балалар-экология үҙәге уҡытыусыһы Светлана Бессолицина үҙәктә шөғөлләнгән балаларҙы йыш ҡына ошо урынға экскурсияларға алып килә икән. Тау итәгендә һирәк осраған үҫемлектәрҙе, тау экосистемаһын өйрәнәләр. Шишмә һыуынан сәй ҡайнатып эсеү балаларҙа онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдыра, ти уҡытыусы.
Динар СОЛТАНОВ, Сибай ҡалаһы:
– Шишмә тирәһе йылдан-йыл күркәмләнә. Бәләкәй саҡта атайым менән бында һыу алырға килә инек. Хәҙер ғаиләмә һыуҙы гел ошонан алып ҡайтам. Өс балабыҙ бар. Балалар тере һыу эсһен тип, көн аша йөрөйбеҙ. Яҙ етеү менән балалар ҙа эйәреп килә. Һыу алғансы уйнап, йүгерешеп бер булалар. Шуныһы мөһим – халыҡ шишмәләргә иғтибарлы була башланы. Күреп тораһығыҙ, эргә-тирәһендә бер сүп юҡ. Йыйыштырғанға түгел, кеше үҙе сүпләмәй. Күренеп ҡалһа ла, шунда уҡ алып китәләр. Был ҡыуандыра ғына.
Гүзәлиә СӘЛИХОВА, Арҡайым ауылы:
– Был яҡтарға күсеп килгәнебеҙгә дүрт йыл. Күршебеҙ алдан уҡ сәйгә һыуҙы шул шишмәнән алырға кәңәш итте. Шулай итәбеҙ ҙә. Ейәндәребеҙ ҡунаҡҡа килһә: "Ҡасан һыуға барабыҙ?" – тип кенә торалар. Һыуҙың сифатын белер өсөн уны анализға тапшырҙыҡ. Эсергә яраҡлы, сифаты һәйбәт, тип имза ҡуйҙылар лабораторияла. Шуға хәҙербыл һыуҙы балаларға ла тыныс күңел менән эсерәбеҙ.
Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Башлығы:
"Республикала үткән "Башҡортостан шишмәләре" проекты халыҡҡа урындағы шишмәләрҙе бюджет аҡсаһы һәм бағыусылар ярҙамында төҙөкләндерергә мөмкинлек бирҙе. Проектты тормошҡа ашырырға министрлыҡтар һәм үҙидара органдары ярҙам итте. Әлеге эштең һөҙөмтәһе күренде. Йөҙләгән шишмә яңы һулыш алды".
Автор фотолары.