Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһы тураһында фекер алыштылар. Кәңәшмә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров етәкселегендә райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығында үтте.
Республикала һәм илдә төбәк операторҙарына ҡағылған мәсьәләләр йыш ҡына ҡуҙғатыла. Шуның менән бәйле август айынан алып ил төбәктәренең һәм төбәк операторҙарының эшен баһалауға ҡараш үҙгәрҙе. Хәҙер баһа ун күрһәткес буйынса үткәрелә. Тотороҡлоҡтоң өс төркөмө билдәләнә: юғары, уртаса һәм хәүеф зонаһы.
Андрей Назаровтың билдәләүенсә, республика төбәк операторҙары эшмәкәрлеге буйынса “юғары тотороҡлоҡ” зонаһында. Шул уҡ ваҡытта “Эко-Сити” компанияһы Волга буйы федераль округы төбәк операторҙары араһында түләүҙәр йыйыу буйынса “тотороҡлоҡтоң уртаса төркөмөнә” ҡарай. “Ошо хәлгә бәйле, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына бөтә күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн төбәк операторҙары менән эште ойоштороуҙы һорайым”, – тине Андрей Назаров.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу эше тураһында һөйләне. Коммуналь хеҙмәт өсөн граждандарҙан түләүҙәр йыйыу августа 92, 4 процент тәшкил иткән. Әлеге ваҡытта республикала санкцияланмаған ҡаты ҡалдыҡтар сүплеге 206 берәмек тәшкил итә, 90 сүплек “Генераль йыйыштырыу” проектына индереү өсөн исемлектә тора, 114-е быйыл муниципалитеттар көсө менән юҡ ителәсәк. Андрей Назаров баҡса ширҡәттәрендә ҡалдыҡтарҙың тупланыуын билдәләне һәм биләмәләрендә ҡаты ҡалдыҡтарҙы туплау майҙаны ойоштороу мөмкинлеге булмаған баҡса ширҡәттәренең исемлеген булдырыуҙы тамамларға ҡушты.