Был үҙенсәлекле фотоны “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының дәүләт инспекторы-солоҡсоһо Әлхәм Иҫәнаманов төшөргән. Был хаҡта Бөрйән районының “Таң” гәзите хәбәр итте.
“Төйәгебеҙҙең матур тәбиғәтенә һоҡланып, ял итеп ҡайтыу өсөн урманға юлланһағыҙ, аяҡ аҫтына ғына ҡарап йөрөмәгеҙ, дуҫтар, өҫкә лә күҙ һалғылап, ҡараш ташлағылап үтегеҙ. Ағастарҙа ҡоштар ғына түгел, ҡайһы саҡ урмандың ҙурыраҡ тереклектәре лә осрап ҡуйғылай.
Үҙенең обходынан ҡайтып килгән дәүләт инспекторы Әлхәм Иҫәнаманов 45-се квартал сигендәге Аҡҡашҡа тигән урында йәш айыуҙы фотоға төшөрөп алған. Тик кадр ғәҙәти түгел – фотола ҡапыл кеше килеп сыҡҡанға ҡото осоп ағасҡа үрмәләгән йәш айыу мәңгеләштерелгәнгә оҡшай”, - тип яҙа коллегаларыбыҙ.
Кеше айыуҙан ҡурҡа, әммә улар үҙ сиратында кешенән ҡурҡып, ошолай ағас башына ҡасыуы ла ихтимал икән. Һәр кемгә йәне ғәзиз шул)))
“Шүлгәнташ” ҡурсаулығының дәүләт инспекторы-солоҡсоһо Әлхәм Иҫәнаманов үҙенең яҙмаһын: “Ә һеҙ ошондай көтөлмәгән осрашыуҙарҙа ҡатнашыусы булырға теләр инегеҙме?” – тигән һорау менән тамамлай. Нимә тиерһегеҙ, дуҫтар?
Фото һәм сығанаҡ: tanburz.ru