Бөтә яңылыҡтар
Экология
22 Октябрь , 19:00

Һауа торошо боҙола

Юлдарҙа - томан. Ел көсәйә. Һаҡ булығыҙ! 

Һауа торошо боҙола
Һауа торошо боҙола

Быйылғы көҙ беҙҙе йылы, матур, аяҡ көндәре менән оҙаҡ ҡыуандырҙы. Ауыл уңғандары йәйге яуында эшләй алмаған бесәнен эшләп, ашлығын урып, бураларға һалып өлгөрҙө хатта. Әммә йылы көндәр беҙҙең менән хушлаша. 

Республика биләмәһендә болотло, яуым-төшөмлө көндәр урынлаша. Иртәгә, 23 октябрҙә, юлдарҙа - томан, шуға күрә юлсыларҙы һаҡ булығыҙ, тип иҫкәртәбеҙ. Ел тиҙлеге секундына 10-17 метрға етәсәк, тип иҫкәртә белегестәр. Көн дауамында урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы "+" билдәһендә ҡала әле: көндөҙ +7...+9 градус, төндә  0...+3 градус. 

Нәсих Хәлисов фотоэтюды. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: