Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Октябрь , 17:30

Һулар һауа таҙалығы – уртаҡ мәсьәлә

Башҡортостан сода компанияһы ҡалала экологияны яҡшыртыу йәһәтенән ҙур эш башҡара.

Һулар һауа таҙалығы – уртаҡ мәсьәлә
Һулар һауа таҙалығы – уртаҡ мәсьәлә

Бынан ике йыл элек Башҡортостан сода компанияһы “Таҙа һауа” федераль проектына ҡушылды. Артабан да ошо проект сиктәрендә предприятие ҡала экологияһын яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә йыйына.

«Химия сәнәғәте компаниялары өсөн тирә-яҡ мөхиткә йоғонто яһау мәсьәләләре айырыуса көнүҙәк. Беҙ төбәктең экологик именлеге өсөн бөтә яуаплылыҡты аңлайбыҙ һәм тәбиғәт ресурстарын, экологик тигеҙлекте һаҡлау буйынса эш етештереү һәм финанс күрһәткестәре кеүек үк мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Рәсәйҙең иң ҙур нефтехимия предприятиеһы булараҡ Башҡортостан сода компанияһының бурысы - тармаҡтың тәбиғәтте һаҡлау мөмкинлектәрен көсәйтеү һәм уның тәбиғәткә кире йоғонтоһон кәметеү. Был эштә сәнәғәт ташландыҡтары күләмен сикләүгә, предприятиеның санитар-һаҡлау зоналары сигендә атмосфера һауаһы торошона мониторинг үткәреүгә, тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыуға һәм һыу объекттарының торошон контролдә тотоуға, ҡалдыҡтар һанын кәметеүгә айырыуса иғтибар бүләбеҙ», - тип билдәләй ойошманың генераль директоры Эдуард Давыдов.

Компания йыл һайын тәбиғәтте һаҡлау саралары үткәрә. 2023 йылда инвестициялар 1 миллиард һумдан артып китә, уларҙың 800 миллион һум самаһы атмосфераға бысратыусы матдәләр эләгеүен иҫкәртеү буйынса проекттарға йүнәлтелә. Ошо йүнәлештә комплекслы эш планы «Таҙа һауа» федераль проекты сиктәрендә раҫланған. Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу иҫәбенә 2030 йылға матдәләр бүлеп сығарыуҙың дөйөм кәмеүе 5700 тоннанан ашыу тәшкил итергә тейеш ти Башҡортостан сода компанияһы етәкселеге.

Һәр йүнәлеш буйынса компания айырым эш алып бара. “Һауа” тип аталған проект “Каустик” етештереү предприятиеһында техник ҡоролмаларҙы йыһазландырыу, сәнәғәт ҡалдыҡтарын таҙартыу технологияһын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. “Һыу” проекты һыу ятҡылыҡтарына бысыраҡ һыу ағыҙыу күләмен кәметеүгә ҡайтып ҡала. Был йәһәттән ҡаралған инвестиция проекты былтыр тормошҡа ашырыла башланы. Эштәр 2030 йылға тамамланасаҡ. Әлеге проект Ағиҙел йылғаһына бысыраҡ һыуҙар ағыҙыуҙы күпкә ҡыҫҡартырға ярҙам итәсәк.

Башҡортостан сода компанияһы - Рәсәйҙә сода етештереүсе иң ҙур компанияларҙың береһе. Компания производствоның экологик именлегенә ҙур иғтибар бүлә һәм тирә-яҡ мөхит торошона контроллек итеүҙең мөһимлеген аңлай. Санитар-һаҡлау зоналары сигендә предприятие эшмәкәрлегенән сәнәғәт ташландыҡтары составын һәм атмосфера һауаһының торошон күҙәтеү өсөн компания заманса ҡорамалдар ҡуллана.

Яңы, заманса ҡорамал анализдарҙы теүәл үткәрергә мөмкинлек бирә, был, әлбиттә, экологик мониторингтың сифатына йоғонто яһай. Атмосфера һауаһының сифаты буйынса хәлде контролдә тоторға, хәлде көйләү буйынса ваҡытында саралар күрергә, фон концентрацияларының мәғлүмәттәр базаһын булдырырға һәм, кәрәк булған осраҡта, күҙәтеү органдарына мәғлүмәт бирергә мөмкинлек бирә.

Фотолар Башҡортостан сода компанияһынан алынды.

Һулар һауа таҙалығы – уртаҡ мәсьәлә
Һулар һауа таҙалығы – уртаҡ мәсьәлә
Һулар һауа таҙалығы – уртаҡ мәсьәлә
Һулар һауа таҙалығы – уртаҡ мәсьәлә
Һулар һауа таҙалығы – уртаҡ мәсьәлә
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: