Өфө лимонарийы баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейына бүләк эшләне – помпельмустың яңы сортын сығарҙы.
Яңы сорттың теркәү үтеүе тураһында лимонарий директоры Фәриҙә Садиҡова хәбәр итте. Рәсәйҙең селекция ҡаҙаныштарын һаҡлау һәм һынау Дәүләт комиссияһы лимонарийға сертификат ебәргән.
- Беҙҙең белгестәрҙең оҙаҡ йылдар дауамында алып барған эш һөҙөмтәһе ул. Цитрус ағастар бер-береһен һеркәләндерә. Был сорт лимонарийҙа туғыҙ йыл элек барлыҡҡа килде. Ошо ваҡыт эсендә беҙ уны һынаныҡ һәм быйыл комиссияға тәҡдим иттек. Лимонарийҙа әлегә биш помпельмус бар. Уларҙы тиҙҙән күсереп ултыртасаҡбыҙ, һанын арттырасаҡбыҙ, - ти Фәриҙә Садыҡова.
Помпельмус – цитрустарҙың бер төрө. Уны төрлөсә атайҙар: помело, котокан, ямабуки. Орлоҡтары Зонд утрауҙарынан алып киленгән. Емештәре эре, ҙурлығы 230 – 420 грамм, әсе-шәрбәт тәмле.
Лимонарий хеҙмәткәрҙәре бына инде 30 йылдан ашыу 3,9 гектар майҙанда цитрус культуралары үҫтерә. “Юбилей” һәм “Ташкент” сорттарының 1300 лимон ағасы йылына 20 тоннанан ашыу уңыш бирә. Лимонарий коллекцияһында 700-ҙән ашыу төр тропик һәм субтропик үҫемлек иҫәпләнә.
Фото Өфө лимонарийынан алынды.