Республика Хөкүмәте премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров билдәләүенсә, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү федераль кимәлдә өҫтөнлөклө мәсьәлә булып тора. Эш төбәк операторҙарының тотороҡлолоғо, махсус техника, контейнер майҙансыҡтары һәм контейнерҙарҙың етешеүе, шулай уҡ ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктураның булыу-булмауы буйынса баһалана. Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы төбәк операторҙарының ғына түгел, ил төбәктәренең дә эшенә баһа бирә. Бөтә субъекттар ҙа «юғары», «уртаса» һәм «хәүеф зонаһы» кеүек тотороҡлолоҡ төркөмдәренә бүленә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығының социаль бәйләнештәр идаралығы етәксеһе Дмитрий Черенков социаль селтәрҙә халыҡтың ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәрен еткерҙе. Ул бөтә муниципаль берәмектәр һәм төбәк операторҙары өсөн хас булған проблемаларға туҡталды. Улар араһында – ҡалдыҡтар менән эш итеү, сүп-сарҙы йыйыштырыу (2024 йылдың башынан 500 хәбәр), контейнер майҙансыҡтарын тәртиптә тотоу (158), ҡалдыҡтар менән эш итеү ҡағиҙәләрен боҙоу (78), ҡалдыҡтарҙы айырым сортҡа бүлеү (53), ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өсөн түләү (37) һәм башҡалар.
Андрей Назаров Бишбүләк, Көйөргәҙе, Туймазы, Учалы һәм Яңауыл райондары хакимиәттәренә законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү буйынса эште тамамларға ҡушты.
Фото:pravitelstvorb.ru.