Проектта ҡатнашыусылар йылы һәм дуҫтарса шарттарҙа 25 һорауға яуап бирҙе. 2024 йылда төп темалар: “Ҡыҙыл китап”, “Ҡурсаулыҡ биләмәләре”, “Экотуризм”.
– Экологик белемде үҫтереү – республикабыҙ өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш. Экологик балансты, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлап ҡалырға һәләтле халыҡтың донъяға ҡарашын формалаштырыу бик мөһим. Бөгөн республикабыҙҙың һәр кешеһенә экология өлкәһендә үҙ белемен тикшереү һәм экологик белемен арттырыу мөмкинлеге бирелде, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов.
Экодиктант 8 декабргә тиклем дауам итә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Һөҙөмтәләрҙе тикшергәндән һуң сертификат йәки еңеүсе дипломы тапшырыласаҡ. Онлайн форматта экодиктантты рәсми сайтта яҙырға мөмкин.
“Экология” милли проекты (нацпроект “Экология”) ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: ecology.bashkortostan.ru сайтынан.