2 декабрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә республика предприятиелары менән комплекслы экологик рөхсәт ҡағыҙҙарын рәсмиләштереү эше тикшерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың апрелендә төбәк етәксеһе сәнәғәт объекттарында экологик мониторинг мәсьәләләре буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Унда федераль ҡануниәткә ярашлы 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем комплекслы экологик рөхсәт алырға тейешле предприятиелар менән эшләү буйынса төп аҙымдар билдәләнде.
Республика биләмәһендә был талап тирә-яҡ мөхиткә ныҡ йоғонто яһаған 96 объектҡа ҡағыла. Һүҙ нефть сығарыу һәм эшкәртеү, химия һәм тау-мәғдән сәнәғәте һәм башҡа тармаҡтарҙа эшләгән предприятиелар хаҡында бара.
Оператив кәңәшмәлә Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов һүҙҙәренсә, экологик йөкләмәне кәметеү буйынса инвестиция программаларын булдырыуҙы – етештереү процестарын яңыртыуҙы һәм зарарлы матдәләр бүлеп сығарыуҙы контролдә тотоу системаларын монтажлауҙы күҙ уңында тота. Шул уҡ ваҡытта предприятиелар тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто өсөн ағымдағы түләүҙәрҙән азат ителә.
2024 йылдың декабрь башына ҡарата компанияларҙың 67 проценты комплекслы экологик рөхсәт алған да инде. Улар иҫәбендә - «Башнефть», «Газпром нефтехим Салауат», Башҡортостан сода компанияһы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты. Предприятиеларҙың тағы 33 проценты рәсмиләштереүгә ғариза бирергә тейеш.
– Был мәсьәләне үҙ контролегеҙҙә тотҡанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Радий Фәрит улы. Закон талаптарын үтәүҙе тәьмин итеү мөһим, сөнки комплекслы экологик рөхсәт ҡағыҙҙары булмаған өсөн ҙур штрафтар ҡаралған, – тине Роман Болотов. – Мәҫәлән, нефть эшкәртеү заводы бер йылда уртаса 18 миллион һум самаһы түләй, ә 2025 йылдан рөхсәт ҡағыҙҙары булмаған өсөн штраф 1,8 миллиард һумға тиклем арта. Ә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы урынлаштырыу полигондары өсөн был сумманың 22 миллиондан 2,2 миллиард һумға тиклем артыуы ихтимал.
Республиканың вице-премьеры - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры вазифаһын башҡарыусы Александр Шельдяев белдереүенсә, төбәктең 15 компанияһы комплекслы экологик рөхсәт алыуға заявкаларҙы декабрь аҙағына тиклем бирергә ниәтләй.
Комплекслы экологик рөхсәт алыу – предприятиеларҙың үҙҙәренең мәнфәғәтендә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
- Сәнәғәт объекттары етәкселәренә мөрәжәғәт итәм. Яңы талаптар үҙ көсөнә ингәнгә тиклем бик аҙ ваҡыт ҡалды. Бында барыһы ла асыҡ күренә - йәки һеҙ рөхсәттәрҙе көйләйһегеҙ һәм производстволарҙы яңыртыуға аҡса һалаһығыҙ, йәки юғары штраф аласаҡһығыҙ, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.