Әбйәлил районының Ғабдин ауылының Үҙәк урамы һырғалаҡҡа әйләнгән. Ошо хаҡта видеояҙманы Альбина Мәхмүтова ватсаптағы ауылдаштар төркөмөнә һалды. Унда ҡыҙ урам буйлап конькиҙа елдерә.
Хәлгә асыҡлыҡ индереү маҡсатында, Ғабдин ауылының старостаһы Хәйҙәр Хөснуллинға мөрәжәғәт иттек.
- Был Уй шишмәһе. Бер нисә йыл ҡоролоҡ булғанда ул ҡорой яҙҙы. Беҙ уның инешен кәртәләп ҡуйҙыҡ. Быйыл йәй ямғырлы булды, шишмә лә элекке хәленә ҡайтты. Хәҙер хоккей майҙансығын эшләмәйбеҙ инде, сөнки ауыл урамында ялтырап боҙ ята. Үҙе бер һырғалаҡ бит. Йылы көндәрҙә шишмәлә шәре ҡалҡа, шул арҡала ҡайһы бер кешеләрҙең кәртәһенә лә һыу инде, боҙ булып туңып ята. Шәре ҡалҡҡанда урамдан машинала үтеүе ҡыйын, тәгәрмәстәр боҙлана.
Был шишмә борондан урам буйлап аҡты. Бер йылы һыу юлын үҙгәртеп ҡараныҡ, ауылды баҫты, беҙҙең кәртәгә лә инде, шунан кире үҙенең элекке үҙәненә ҡайтты, - тине Хәйҙәр Зиннәт улы.
Фото: скриншот.
Альбина Мәхмүтова видеояҙмаһы.