Бөтә яңылыҡтар
Экология
17 Декабрь , 20:25

Беҙ иң-иңдәр араһында

Быйыл Башҡортостан Республикаһы “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 10 субъект иҫәбенә инде. 

Беҙ иң-иңдәр араһында
Беҙ иң-иңдәр араһында

Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияһында “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһының алтынсы миҙгеленә йомғаҡ яһалды. Уның һөҙөмтәһендә тотош илдә 70,2 миллиондан ашыу ағас ултыртылды, акцияға 1,1 миллиондан күберәк кеше ҡушылды. Акция уҙғарылған алты йылда Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә 360 миллион ағас ултыртылған.

Башҡортостан Республикаһы акция барышында урмандарҙы тергеҙеү буйынса илдең иң яҡшы 10 төбәге иҫәбенә инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылда “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы барышында республика халҡы 1,5 миллиондан ашыу үҫенте ултыртты. 100 меңгә яҡын кеше экологик башланғысты хупланы.

– “Урманды һаҡлайыҡ” акцияһы йылдан-йыл күберәк кешеләрҙе йәлеп итә. Эре компанияларҙың ҡатнашыуы һәм халыҡтың әүҙемлеге тәбиғәт тураһында хәстәрлек күреүҙең күптәр өсөн өҫтөнлөклө булыуын күрһәтә, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Марат Шәрәфетдинов. – Бындай сараларҙы хуплаған, ғаиләләре һәм дуҫтары менән килгән һәр кемгә рәхмәт белдерәм. Киләһе йылда “Экология” милли проекты “Экологик именлек” милли проекты булараҡ дауамын аласаҡ. Ағас ултыртыу, һис шикһеҙ, уның төп йүнәлештәренең береһе булып ҡаласаҡ.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25729/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: