Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды. Уның сиктәрендә “Таҙа ил”, ”Уникаль һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу” һәм “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проекттары эшләй.
– 2023 йылдың декабрендә “Таҙа ил” федераль проекты буйынса Дәүләкән, Благовещен, Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында, 2024 йылдың сентябрендә Стәрлетамаҡта һәм Күмертауҙа дүрт законһыҙ сүплек бөтөрөлдө, – тип билдәләне республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Нияз Фазылов. – Уларҙы таҙартыу буйынса эштәр 2022 йылдан дауам итте, дөйөм алғанда, 500 меңгә яҡын кешенең экологик йәшәү шарттарын яҡшыртып, 56 гектарҙан ашыу сүплек бөтөрөлдө.
Законһыҙ сүп-сар майҙансыҡтарын бөтөрөүгә 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән, шуның 1,5 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Республика йәлеп ителгән финанслау күләме буйынса илдең ун төбәге һәм Волга буйы федераль округының биш төбәге иҫәбенә инде.
2022 йылда “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” проектын тормошҡа ашырғанда Благовещенда Потеха йылғаһы быуаһын һәм 2024 йылдың октябрендә Дим йылғаһы үҙәнен таҙартыуҙы тамамланылар. Шунлыҡтан 42 мең кеше өсөн экологик шарттарҙы яҡшыртылды. 2024 йылда республика акваторияһында экосистемаларға килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн 300 мең самаһы селбәрә ебәрелгән.
Әйткәндәй, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү комплекслы системаһы проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2019 йылдан 13 сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексы һәм ике полигон төҙөлгән. Атап әйткәндә, 2024 йылда Ҡыйғы, Баймаҡ һәм Бәләбәй райондарында яңы комплекстар файҙаланыуға тапшырылған.
Башҡортостан Башлығы төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен ыңғай баһаланы һәм ҡалдыҡтар менән эш итеү системаһын камиллаштырыуҙы дауам итергә ҡушты.
– Контейнер майҙансыҡтары булмауҙан алып сүп-сарҙы үҙәкләштерелгән сығарыуҙы ойоштороуға тиклем ҙур юл үттек, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Әммә ябыҡ цикл системаһын булдырыу өсөн сорттарға бүлеү һәм утилләштереүгә күсеп, был эште дауам итергә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.