Бөтә яңылыҡтар
Экология
10 Ғинуар , 12:00

Зәңгәр күлдә беренсе тапҡыр балыҡтар күрәм

Ә һеҙ был күренеш тураһында ниндәй фекерҙә?

Зәңгәр күлдә беренсе тапҡыр балыҡтар күрәм
Зәңгәр күлдә беренсе тапҡыр балыҡтар күрәм

Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин Шүлгәнташ мәмерйәһе алдындағы үҙгәреш менән уртаҡлашты.

– Шүлгәнташ мәмерйәһе алдындағы Зәңгәр күлдә беренсе тапҡыр балыҡтар күрәм. Ҡыш көнө туристарҙың аҙ булыуы, һыуҙың таҙарыуы тәбиғәткә лә ыңғай йоғонто яһай, – тип яҙған ул “Бәйләнештә” социаль төркөмөндәге сәхифәһендә.

Ә һеҙ был күренеш тураһында ниндәй фекерҙә? Элек Зәңгәр күлдә балыҡтар булғанмы?

Фото: скриншот.

Данир Ғәйнуллин видеоҙмаһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: