Экология
24 Ғинуар 2025, 15:20

Бал ҡорттарының хәлен датчик билдәләй

Ул ваҡытында күстәргә ярҙам итеү мөмкинлеген бирә.

Бал ҡорттарының хәлен датчик билдәләйБал ҡорттарының хәлен датчик билдәләй
Бал ҡорттарының хәлен датчик билдәләй

Башҡортостанда умарта күсенең хәлен баһалай торған датчик эшләгәндәр. Уны Өфөлә "АпиГлобал" халыҡ-ара умартасылар конгресында күрһәттеләр. Был сараға Рәсәйҙән генә түгел, Ҡытайҙан, Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Грузиянан һәм башҡа илдәрҙән ҡатнашыусылар килде.

Яһалма интеллект ярҙамында датчик тауыш буйынса 12 параметр буйынса күстең хәлен билдәләй ала. Был иһә кәрәк икән умарта күстәренә ваҡытында ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Күберәк сифатлы бал етештерергә булышлыҡ итә.

- Беҙҙең республика умартасылыҡ тармағында лидер булып ҡала. Беҙҙә 12 мең умартасы, 275 мең умарта күсе бар. 2024 йылда 5 мең тоннанан ашыу тауар балы етештерелгән. Был иһә дөйөм Рәсәй күләменең ундан бер өлөшө, - тине Радий Хәбиров. Шулай уҡ ул  махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам иткәндәре өсөн умартасыларға рәхмәтен белдерҙе. Дөйөм тырышлыҡ менән улар беҙҙең һалдаттарға биш тоннанан ашыу бал оҙатҡан.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас