Экология
18 Февраль 2025, 18:30

Браконьерҙар тотолған

Ҡырағай хайуандар донъяһына 1,5 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән...

Браконьерҙар тотолғанБраконьерҙар тотолған
Браконьерҙар тотолған

Башҡортостандың Бишбүләк район-ара суды “Бишбүләк” дәүләт тәбиғәт заказнигының махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә законһыҙ һунар иткән браконьерҙар төркөмөнә хөкөм ҡарары сығарҙы.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2024 йылдың 24 ғинуарында Өфөнән ике кеше һәм Шишмә районынан бер кеше махсус рәүештә ҡырағай ҡабан итен табыу маҡсатында заказник биләмәһенә килгән.

Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғәлиев билдәләүенсә, төндә күреү приборы ярҙамында улар һигеҙ ҡырағай ҡабанды атып үлтергән һәм 1,5 миллион һум күләмендә һунар сығанағына зыян килтергән.

Суд браконьерҙарҙы махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә айырым ҙур зыян килтереү менән алдан килешеп, бер төркөм кеше тарафынан законһыҙ һунар итеүҙә ғәйепле тип таба. Браконьерҙар өс йылға иркенән мәхрүм ителде, әммә суд, язаны шартлыса, тип иҫёпләй һәм енәйәтселәргә бер йыл дүрт ай һынау ваҡыты менән яза сығарҙы.

Браконьерҙарҙан өс һунар мылтығы һәм төнгө күреү приборы тартып алына һәм суд ҡарары менән Росгвардияның территориаль органына тапшырыла.

Фото сығанағы: ecology.bashkortostan.ru.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас