Экология
3 Март 2025, 18:05

Көндәр ҡапыл йылынасаҡ

тик беҙгә әлегә бындай аномаль йылы көндәр кәрәкмәй

Көндәр ҡапыл йылынасаҡКөндәр ҡапыл йылынасаҡ
Көндәр ҡапыл йылынасаҡ

Мәскәүҙә ял көндәрендә һауа +14 градусҡа тиклем йылыныуы ихтимал, 8 һәм 9 мартта йылы рекорд ҡуйыу ихтималлығы бар. Ошо хаҡта “Фобос” үҙәгенән хәбәр итәләр.

Әммә Башҡортостанда 8 мартта көндөҙ −3, төндәрен  −10, 9 мартта көндөҙ −3, төндә −9 градус һауа торасаҡ тип күрһәтелгән “Gismeteo” төркөмөндә.

Шулай уҡ Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, март айында Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға яҡын булыуы көтөлә (норма -5,1°). Айлыҡ яуым-төшөм нормаға яҡын (норма 20-40 мм) тип күҙаллана.

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы, шуға ла март март булып ҡалһын, апрель апрель булып ҡалһын ине. Беҙгә әлегә бындай аномаль йылы көндәр кәрәкмәй.

Әҡлимә Ғизәтуллина фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас