Экология
10 Март 2025, 09:15

Быйыл ташҡын ниндәй булыр?

Дөйөм алғанда, тыныс үтергә тейеш. 

Быйыл ташҡын ниндәй булыр?Быйыл ташҡын ниндәй булыр?
Быйыл ташҡын ниндәй булыр?

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә ташҡынға әҙерлек буйынса һөйләшеү булды. Башгидрометтың яҡынса баһаһы буйынса, Ағиҙел һәм Урал йылғаларында һыуҙың максималь кимәле нормаға ярашлы, Ҡариҙел йылғаһында норма тирәһе һәм унан юғарыраҡ була. Ташҡындың үтеү ваҡыты, һыу кимәле һәм һыу баҫыу ихтималлығы буйынса аныҡ фараз 25 марттан һуң билдәле буласаҡ. Был хаҡта республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итте.

Билдәле булыуынса, быйылреспубликала ҡар күп яуманы. Быны үлсәүҙәр ҙә дәлилләй. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, февраль аҙағына Ағиҙелдең үрге ағымында ҡарҙа һыу запасы бер йыл элеккегә ҡарағанда 38 процентҡа түбәнерәк һәм 81 миллиметр тәшкил итә. Был күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙән 71 процент. Яҡын арала мәғлүмәттәр асыҡланасаҡ. 20 мартҡа тиклем республиканың туғыҙ ҙур һыуһаҡлағысында (Йомағужа, Туймазы, Йәрмәкәй, Шаран, Таналыҡ, Аҡъяр, Быҙаулыҡ, Юшатыр, Көйөргәҙе) ҡар үлсәгес фотоға төшөрөү күҙаллана.

Нияз Фазылов хәбәр итеүенсә, бөтә быуаларҙы, шлюздарҙы һәм башҡа гидротехник ҡоролмаларҙы тикшергәндәр, бөтәһе 524 объект асыҡланған. 10-27 мартта милексеһе билдәләнмәгән 21 объекттың техник торошо тикшереләсәк. Күпселек ҡоролмалар (79 процент) муниципалитеттар милкендә. Уларға һыуҙы аварияһыҙ үткәреү буйынса методик ярҙам күрһәтелә.

Ҙур гидротехник ҡоролмаларға айырым иғтибар бирелә. Министрлыҡ ҡарамағында 27 республика милкендәге ҡоролма иҫәпләнә. Улар барыһы ла ҡәнәғәтләнерлек торошта һәм ташҡынды үткәреүгә әҙер. 10 миллион кубометрҙан ашыу күләмдәге туғыҙ һыу һаҡлағыстың эш режимы Кама бассейны һыу идаралығы раҫлаған графикка ярашлы ойошторолған. Һыу кимәле минималь ҡышҡы күрһәткестәргә тиклем кәметелгән. Бынан тыш, 2025 йылда Йомағужа гидроузелына капиталь ремонт башлау күҙаллана, ул 2028 йылда тамамлана.

Фото: МЧС. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас