Бөтә яңылыҡтар
Экология
13 Март , 20:30

Хаталы булыуы асыҡланды

"Беҙ документтарҙы күтәрҙек һәм профилле ведомстволарға мөрәжәғәт иттек, асыҡ реестрҙарҙы ҡараныҡ һәм был һандың хаталы булыуы асыҡланды".

Хаталы булыуы асыҡланды
Хаталы булыуы асыҡланды

«Башҡортостанда ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ер аҫтын файҙаланыуға лицензия биреү биш тапҡырға артҡан. Беҙ документтарҙы күтәрҙек һәм профилле ведомстволарға мөрәжәғәт иттек, асыҡ реестрҙарҙы ҡараныҡ һәм был һандың хаталы булыуы асыҡланды», - тип хәбәр итә "Башинформ" агентлығы.

Әйтергә кәрәк, закон буйынса файҙалы ҡаҙылмаларҙың бер өлөшө – республикаға, ә бер өлөшө федераль ҡаҙылмаларға ҡарай. Беренселәрен сығарыуға лицензияны республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы, ә икенселәренә Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ (Роснедра) бирә.

"Башҡортостанда 2025 йылдың ике айында 61 лицензия бирелгән.  Шуларҙың 45-е – һыуға, ә 16-һы киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы - башлыса ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһын Краснокама, Өфө, Бөрө һәм Дүртөйлө райондарында геологик тикшеренеүҙәргә, разведкалау һәм сығарыуға бирелгән. 2024 йылда ошо уҡ осорҙа лицензия бирелмәгән. 2023 йылдың ғинуар—февралендә ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар 37 лицензия алған, шуларҙың 24-е  – ер аҫты һыуҙарына һәм 13-ө–киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларға», - ти Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Федераль ведомство иһә быйыл Башҡортостанда ни бары өс лицензия биргән, мәҫәлән, эзбизташ сығарыуға һәм цемент сеймалына. Бер йыл элек шундай уҡ лицензиялар   –  өсәү, ә 2023 йылда ун бер булған.

Шулай итеп, федераль ведомстволар биргән лицензиялар һанының кәмеүен һәм «урындағы» лицензияларҙың, башлыса һыу менән тәьмин итеү өсөн, бер аҙ артыуын күрәбеҙ.

Фото: bashinform.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: