Бөтә яңылыҡтар
10
Экология
28 Март , 19:10

Йәнтөйәгебеҙҙе йәшелләндерәйек

Журналистар менән осрашыуҙа һүҙ шул турала барҙы.  

Йәнтөйәгебеҙҙе йәшелләндерәйек
Йәнтөйәгебеҙҙе йәшелләндерәйек

Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында экологик акциялар, өмәләр уҙғарыуға арналған түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Унда һүҙ Башҡортостанда үтәсәк “Рәсәй һыуы”, “Хәтер баҡсаһы” , “Йәшел Башҡортостан” һымаҡ күләмле акциялар тураһында барҙы. Бөтә Рәсәй “Бум батл” макулататура йыйыу акцияһы тураһында ла ентекле мәғлүмәттәр еткерелде.

Журналистарҙың һорауҙарына Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров, республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов, Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министры урынбаҫары Вилорий Угаров һәм Өфөнөң Торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Данил Ғәлиуллин яуап бирҙе.

Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан урман фонды биләмәһендә ойоштороласаҡ ағас ултыртыу буйынса “Хәтер баҡсаһы” тип исемләнгән халыҡ-ара акция ла быйыл күләмле булмаҡсы. Бөйөк Ватан һуғышында, махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереүгә йүнәлтелгән был сара. Былтыр был акцияға ярашлы, урман фонды биләмәһендә 1,5 миллион төп үҫенте ултыртылған.

Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан ауыл, ҡалаларҙа тематик аллеялар ҙа барлыҡҡа киләсәк. Был йәһәттән муниципалитеттарҙан тәҡдимдәр килә башлаған. Мәҫәлән, Туймазы районында дүрт яңы аллея булдырыласаҡ.

“Рәсәй һыуы” экология акцияһында ла муниципалитеттарҙың йәнле ҡатнашыуы иғтибарға алынды. Был сара апрелдән октябргә тиклем дауам итә. Яҡташтарыбыҙҙың тырышлығы менән йылға ярҙары буйҙары тәртипкә килтерелә, сүп-сарҙан таҙартыла. Үткән йылда 112 мең ирекмән был изге акцияла ҡатнашҡан, дөйөм тырышлыҡ менән 5 мең километр оҙонлоғонда яр буйҙары йыйыштырылған.

Өфө ҡалаһының йөҙө быйыл тағы ла күркәмләнер. Яңы урындарҙа ла сәскәләр барлыҡҡа киләсәк. Был турала түңәрәк өҫтәлдә Өфөнөң Торлаҡ - коммуналь хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Данил Ғәлиуллин һөйләне.

Мәҫәлән, Октябрь проспектында быға тиклем булмаған урындарҙа яңы сәскә клумбалары барлыҡҡа киләсәк. Ғафури урамында скверҙа ла яңы сәскә аркалары ҡуйыласаҡ. Салауат Юлаев проспектында Йәмиғ мәсете эргәһендә лә ярым ай рәүешендә сәскә түтәлдәре барлыҡҡа килеүе тураһында белдерҙе Данил Ғәлиуллин.

Йәнтөйәгебеҙ күркәм, таҙа булһын өсөн бындай акцияларҙа һәр ҡайһыбыҙ үҙ өлөшөн индерә ала.

Автор фотолары.  

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: