Экология
7 Апрель 2025, 13:30

Башҡортостан экологик сараға әҙер

Апрелдә “Йәшел Башҡортостан” һәм “Хәтер баҡсаһы” акциялары үтәсәк. 

Башҡортостан экологик сараға әҙерБашҡортостан экологик сараға әҙер
Башҡортостан экологик сараға әҙер

Быйыл “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы сиктәрендә республика халҡы 7,7 мең эре ағас һәм 67 мең башҡа үҫенте ултырта. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.

"Йәшел Башҡортостан" йылына ике тапҡыр – яҙ һәм көҙ үтә. 2025 йылда уның беренсе этабы 19 апрелдән 10 майға тиклем дауам итәсәк. Берҙәм акция көнө 26 апрелдә ойошторола.

Сараларҙа 45 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 5 мең ирекмән һәм 1,2 мең берәмек техника йәлеп итеп 3,5 мең махсуслаштырылған ойошма ҡатнашырға ниәтләй, – тип хәбәр итте Ирина Голованова. – Шулай уҡ уҙған йылдарҙа ултыртылған 1,1 мең самаһы ағасты һәм 10 мең ҡыуаҡты компенсацион йәшелләндереү планлаштырыла.

Акция сиктәрендә республика муниципалитеттарында 135 яңы тематик аллея булдырыласаҡ. Атап әйткәндә, Салауатта – Еңеү аллеяһы, Нефтекамала – Киләсәк аллеяһы, Илеш районында – Дан һәм Хәтер аллеяһы. Стәрлетамаҡта һәм Октябрьскийҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы саҡырып 80-ешәр ҡайын һәм шыршы ултырталар. Өфөлә акция сиктәрендә өс мең ҙур ағас һәм 1 700 ҡыуаҡ ултыртыу, шулай уҡ өс яңы тематик аллея булдырыу күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы муниципалитет башлыҡтарының иғтибарын биләмәләрҙе йәшелләндереүҙә ҙур үҫентеләрҙе киң ҡулланыу кәрәклегенә йүнәлтте.

– Йыл һайын яҙ һәм көҙ ҙур күләмдә сәсергә тырышығыҙ. Быны Өфөлә, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта яҡшы эшләйҙәр, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Бынан тыш, 2025 йылдың 18 апреленән 18 майына тиклем Башҡортостан “Экологик именлек” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында уҙғарылған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ҡушыла. Быйыл Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусы йылына арнала. Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов хәбәр итеүенсә, Башҡортостан биләмәһендә ике миллион самаһы яңы ағас ултыртыу планлаштырылған 85 участка әҙерләнгән.

Билдәләп үтәйек, 2024 йылда Башҡортостан “Хәтер баҡсаһы” акцияһы осоронда ултыртылған ағастар һаны буйынса ил төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй. Республика халҡы ике миллиондан ашыу үҫенте ултыртты. 2025 йылда акцияның үҙәк майҙансығы булып Ҡырмыҫҡалылағы патриотик парк биләмәһе торасаҡ. 19 апрелдә бында 400 йүкә ултыртыу планлаштырыла.

– “Хәтер баҡсаһы”ның рәсми сайтында акцияның онлайн-картаһы урынлаштырылған, унда илдең бөтә төбәктәрендә ағас ултыртыу нөктәләре билдәләнде, – тип һөйләне Марат Шәрәфетдинов. – Шулай уҡ сараларҙың датаһы һәм ваҡыты, ағас тоҡомдары, координаторҙарҙың бәйләнеше күрһәтелгән. Кәрәкле инвентарь һәм ултыртыу материалы урында биреләсәк.

Дөйөм алғанда, республиканың урман тармағы алдында урмандарҙы 100 процент кимәлендә үрсетеү күрһәткесен тәьмин итеү бурысы тора. Уға өлгәшеү өсөн 2025 йылда 15,6 мең гектар майҙанда урман тергеҙеү эштәре үткәреү планлаштырыла.

Компенсациялы ултыртыуҙар республиканың урман япмаһын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ “Хәтер баҡсаһы” акцияһы алдынан киң мәғлүмәт-аңлатыу кампанияһын үткәрергә ҡушты.

– Динамиканы күрһәтергә кәрәк – элек бәләкәй ағастар ултыртылған урындарҙа хәҙер тотош урмандар үҫә. Кешеләр бының ысынлап та эшләүен күрһен, – тине ул. – Беҙ ҡырҡҡандан күберәк компенсация бирергә һәм ултыртырға тейешбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас