Яңыраҡ булдырылған Экология һәм тәбиғәтте һаҡлау проекттары президент фонды 2025 йылға Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары алыуға конкурс иғлан итте.
Уның башҡаларҙан бер ни тиклем айырмаһы бар. Беренсенән, тик экология йүнәлешендәге проекттар күҙ уңында тотола. Икенсенән, ҡатнашыу шарттары иреклерәк: айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә идара итеүсе коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, учреждениелар, шулай уҡ 18 йәше тулған әүҙем Рәсәй граждандары заявка бирә ала.
Башҡортостан өсөн конкурс бигерәк тә көнүҙәк. Ни өсөн тигәндә, республикабыҙ үҙенсәлекле тәбиғәт объекттарына – ҡурсаулыҡтарға, милли парктарға, йылғаларға, урмандарға бай. Улар айырым иғтибар һәм һаҡсыл ҡараш талап итә. Конкурс ярҙамында экологик белемде нығытыуға, тирә-яҡ мөхитте, һирәк осраған йәнлектәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән башланғыстарҙы яҡлау мөмкинлеге барлыҡҡа килде.
Кемдәр ҡатнаша ала?
Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә идара итеүсе коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, учреждениелар, шулай уҡ 18 йәше тулған әүҙем Рәсәй граждандары, биш кешегә тиклемге командалар, ике-өс ойошманан (коммерцияға ҡарамаған ойошмалар, учреждениелар) торған консорциум.
Ниндәй проекттарҙы тәҡдим итергә мөмкин?
Заявкаларҙы ҡасан тапшырырға?
2025 йылдың 30 апреленә тиклем президентскийфондприроды.рф сайтында ҡабул ителә.
Конкурс ике этапта үтәсәк. Ҡатнашыусылар тәүҙә проект идеяларын тәҡдим итә. Эксперттар улар араһынан айырыуса көнүҙәк булғандарын һайлап ала. Унан ошо заявкалар тулыландырыласаҡ, артабан йәнә эштәргә эксперт баһаһы үткәрелеп, балдар ҡуйыласаҡ. Конкурсҡа йомғаҡ 2025 йылдың авгусында яһала. Хупланған проекттарҙы 1 сентябрҙән үк тормошҡа ашыра башларға мөмкин.
Грант фондының күләме күпме?
Бер миллиард һум.
Грант ярҙамы күпме биреләсәк?
Баһалауҙың ниндәй критерийҙары бар?
А. Нурмөхәмәтов фотоһы.