Яҙҙың иртә башланыуы менән бәйле Башҡортостанда өмәләр быйыл ғәҙәттәгенән иртәрәк, 18 мартта уҡ башланды. Дөйөм республика өмәләре башланғандан алып унда 200 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, 46,6 мең кубометр сүп-сар йыйылған һәм сығарылған. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.
Традицион яҙғы йыйыштырыу эштәре дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 12, 19 һәм 26 апрель берҙәм өмә көндәре тип иғлан ителде. Ирина Голованова Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Мәләүездә, Илеш һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында биләмәләрҙе төҙөкләндереү һәм таҙартыу буйынса саралар ойоштороу юғара кимәлдә булыуын билдәләне.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер муниципалитеттарҙа биләмәләрҙе сифатһыҙ йыйыштырыу факттары асыҡланған. Мәҫәлән, 25 марттан 1 апрелгә тиклем 31 муниципалитетты мониторинглау һөҙөмтәһендә 28-ендә тейешенсә йыйыштырыу үткәрелмәгән. 9апрелдән 13-нә тиклем 37 муниципалитет тикшерелгән, 29-ында етешһеҙлектәр асыҡланған. Ҡабаттан сығыу һөҙөмтәләре буйынса Туймазыла, Күмертауҙа, Баймаҡта, Шаран һәм Өфө райондарында үткән мониторинг һөҙөмтәләре буйынса төҙәтелмәгән иҫкәрмәләр табылды. Дәүләкәндә иҫкәрмәләр өлөшләтә бөтөрөлгән. Иҫкәрмәләр эшкә алынған, етешһеҙлектәр бөтөрөлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына был эшкә яуаплы ҡарарға һәм эштәрҙе ваҡытында тамамларға ҡушты.
Фото: Башинформ.