

Яҙыу оҫталары шул рәүешле “Йәшел Башҡортостан” акцияһына ҡушылды. Хәҙер Коммунистик урамындағы тарихи бина алдында Башҡортостандың халыҡ шағир, яҙыусылары Ҡәҙим Аралбай, Таңсулпан Ғарипова, Камил Йыһаншин, Флүр Ғәлимов, Ринат Камал, Гүзәл Ситдиҡова, башҡа күренекле яҙыусыларҙың исемле йүкәләре бар.
– Яҙыусылар йорто ла, уның тирә-яғы ла бер йыл эсендә танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Республикабыҙ етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса бинаға реконструкция үткәрелде, әле янында сквер булдырыу эше ҡайнай. Ул “Өфө йүкәләре” тип аталасаҡ. Баш ҡалабыҙ өсөн был ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға! – тине БР Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов.
Акцияла ҡатнашҡанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай ҙур тулҡынланыу кисергән. “Был ағастар Яҙыусылар йортона килгән һәр йәш талантты ҡыуандырһын”, – тине ул. – “Йәшел Башҡортостан” акцияһы беҙҙең өсөн айырым мәғәнәгә эйә – һәр кеше еребеҙ йәшелерәк, гүзәлерәк булһын өсөн үҙ өлөшөн индерергә бурыслы”.
Яҙыусылар союзы йорто менән “Өфө йүкәләре” скверы 30 майҙа, өсөнсө тапҡыр ойошторолған Китап байрамы ваҡытында тантаналы шарттарҙа асыласаҡ.
Фото: Яҙыусылар союзының матбуғат хеҙмәте.