

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары Әбйәлил районына сәфәре барышында Геологозведка ауылында йәшәүселәр Яҡтыкүл (Банное), Сабакты, Ҡарабалыкты күлдәренән һыу өлгөләрен йыйыуҙы ойоштороуҙы һораны. Үҙенсәлекле һыу ятҡылыҡтарын һаҡлау һәм һаҡлап ҡалыу буйынса саралар үткәрелә.
Халыҡ уларҙың күлдәренә туристар килеүенә ҡыуана, әммә уларҙың тирә-яҡ мөхиткә, һыу ресурстарына зыян килтермәйме икәнлеге лә борсой. Яҙма үтенес министрлыҡҡа ебәрелә.
Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология идаралығы, үҙ сиратында Роспотребнадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығына үтенес ебәргән.
Был бүлектең Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондарындағы территориаль бүлеге яуап итеп, Әбйәлил районының Яҡтыкүл һәм Сыбаркүл күлдәрендә һыу сифатын баһалау маҡсатында стационар һыу йыйыу пункттары урынлаштырылған һәм 2025 йылда холера вибриондарының булыу, булмауы асыҡланасаҡ.
Бактериологик тикшереүҙәр айына бер тапҡыр июндән авгусҡа тиклем үткәреләсәк.
Әбйәлил айонында урынлашҡан Яҡтыкүл (Банное) күле — Башҡортостан Республикаһының 140-тан ашыу тәбиғәт ҡомартҡыларының береһе. Күлдең майҙаны һигеҙ квадрат километрға яҡын. Был Башҡортостандағы иң тәрән күл. Уның тәрәнлеге 30 метрға етә.
Сыбаркүл - бындай исемле ике күл бар: береһе Башҡортостанда, икенсеһе Силәбе өлкәһендә. Әбйәлил районы халҡы уны Дәүләт күле тип тә йөрөтә, күлдең көньяҡ ярында урынлашҡан ауылдың исеме буйынса. Был Урал аръяғындағы иң ҙур күлдәрҙең береһе.
Бик матур һәм балыҡҡа бай. Күлдән Йәнгел йылғаһы сыға.
Фото: телеграм