Экология
15 Май 2025, 14:00

Балыҡ шәп эләккән дә ул, тик аҙағы күңелһеҙ тамамланған...

38 йәшлек урындағы кеше идара иткән “ВАЗ-2110” автомобилендә пассажиры ла була  

Балыҡ шәп эләккән дә ул, тик аҙағы күңелһеҙ тамамланған...Балыҡ шәп эләккән дә ул, тик аҙағы күңелһеҙ тамамланған...
Балыҡ шәп эләккән дә ул, тик аҙағы күңелһеҙ тамамланған...

“Ыуылдырыҡ сәсеү” иҫкәртеү операцияһы сиктәрендә, юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Туймазы районының Исмәғил ауылында һыу хайуандарын законһыҙ сығарыу фактын асыҡланы.

Тәртип һаҡсылары салонда 38 йәшлек урындағы кеше идара иткән “ВАЗ-2110” автомобилен туҡтата. Транспортта пассажир ҙа була.

Тикшереү барышында багаж бүлегендә резина кәмә, дүрт ҡыҫала, шулай уҡ төрлө төрҙәге балыҡ табыла. Ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм саҡырыла.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ир-егеттәр рөхсәт документтары булмайынса балыҡ тотҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре балыҡсыларҙың балыҡ тотоу ҡоралын, 164 дана балыҡ һәм 11 ҡыҫаланы тартып ала.

Уларҙы хәлде асыҡлау өсөн полиция бүлегенә баралар. Был осраҡ буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле республикала “Ыуылдырыҡ сәсеү” иҫкәртеү операцияһы бара. Балыҡ ыуылдырыҡ сәскән мәлдә балыҡсылау тыйыла.

Фото сығанағы: @V_Sevastyanov.

Балыҡ шәп эләккән дә ул, тик аҙағы күңелһеҙ тамамланған...
Балыҡ шәп эләккән дә ул, тик аҙағы күңелһеҙ тамамланған...
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас