Экология
20 Май 2025, 15:00

Урмандар, уларҙы ҡырҡҡан кеүек, бик тиҙ үҫмәй шул...

Ағалы-ҡустылы Хәбировтар урман үҫтерә

Урмандар, уларҙы ҡырҡҡан кеүек, бик тиҙ үҫмәй шул...Урмандар, уларҙы ҡырҡҡан кеүек, бик тиҙ үҫмәй шул...
Урмандар, уларҙы ҡырҡҡан кеүек, бик тиҙ үҫмәй шул...

Күҙәй урман хужалығында эшләгән Илнур һәм Илдус Хәбировтар  халыҡ-ара “Хәтер баҡсаһы” акцияһына ҡушылып, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына  һигеҙ мең шыршы ултыртты. Һәр ағас герой яҡташтары батырлыҡтарын иҫкә төшөрөүҙән  тыш, планетаның киләсәген һаҡлауға ҙур өлөш тә ул.

Бер туғандар дүрт-биш йыл дауамында яңы урмандарға нигеҙ һалыу менән шөғөлләнә. Илдус Хәбировтың әйтеүенсә, ағас ултыртыу экологияны яҡшыртыу менән бергә ерҙә тормошто һаҡларға ярҙам итәсәк.

– Урмандар, уларҙы ҡырҡҡан кеүек, бик тиҙ үҫмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешеләр тәбиғәттән нигеҙҙә алырға тырыша, ә бирергә яратмай. Ағас төрҙәре ни тиклем күберәк, шунса экосистема тотороҡлораҡ, тәбиғәттең тергеҙеү көсө нығыраҡ, –ти ул.

Илнур Хәбиров яуаплы эшкә улдары Илдар һәм Илнарҙы ла йәлеп итә. Малайҙар  бәләкәйҙән атаһы һәм Илдус ағаһының мөһим хеҙмәте аша үҙҙәрендә тыуған ергә, тәбиғәткә  һөйөү тәрбиәләй. Ышаныслы алмаш үҫә, тип яҙа “Буздякские новости”.

Фото: “Буздякские новости” гәзите сайты.

Урмандар, уларҙы ҡырҡҡан кеүек, бик тиҙ үҫмәй шул...
Урмандар, уларҙы ҡырҡҡан кеүек, бик тиҙ үҫмәй шул...
Урмандар, уларҙы ҡырҡҡан кеүек, бик тиҙ үҫмәй шул...
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас