

Өфөнөң Ленин исемендәге паркында 300-ҙән ашыу ағасты ҡырҡып матурлаясаҡтар. Уларҙың 92 проценты шыршы, 10 проценты япраҡлы ағас.
Подрядсы ойошма етәксеһе Сергей Минеев Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының паркты төҙөкләндереү йәмәғәт контроленең эшсе төркөмө ағзаларына ошо турала белдерҙе. Эште махсуслаштырылған ойошма алып барасаҡ. Был йәһәттән уларҙың тәжрибәләре лә, тейешле ҡорамалдары ла бар.
-Ташландыҡ урманды хәтерләтмәһен өсөн паркка матур төҫ биреү мөһим. Ағастарға хәҙер 100 йылдан ашыу. Әлбиттә, күп өфөләр өсөн парктағы ағастар ҡәҙерле иҫтәлеккә эйә. Яңы ғына ошо парк эргәһендә 93 йәшлек олатай 7 йәшлек сағында ҡарағай эргәһендә фотоға төшөүе тураһында һөйләне, - тине Сергей Минеев.
Фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәте.