Экология
4 Июнь 2025, 15:50

Тиҙҙән беҙҙә ике уникаль объект асыла

Башҡортостан тәбиғәте менән үҙенсәлекле. 

Тиҙҙән беҙҙә ике уникаль объект асылаТиҙҙән беҙҙә ике уникаль объект асыла
Тиҙҙән беҙҙә ике уникаль объект асыла

11 июндә Ғафури районында урынлашҡан “Торатау” геопаркы биләмәһендә “Усолка “ һәм “Алыҫ Төлкәҫ” тип исемләнгән эталон булған халыҡ-ара геология ҡатламдарын асыу тантанаһы үтәсәк. Икенсе төрлө был объекттарҙы “Алтын ҡаҙаҡ” тар тип тә йөрөтәләр.

Был сараға Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан ғалимдар, эксперттар киләсәк, шулай уҡ Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан, Мысырҙан, Малайзиянан, Ирандан, Ҡырғыҙстандан ҡунаҡтар ҡатнашасаҡ.

 Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында уҙғарылған матбуғат конференцияһында һүҙ ошо турала барҙы.

 – Геология объекттарына “Алтын ҡаҙаҡ” исемен биреүҙе халыҡ-ара фәнни берләшмә хәл итә. Айырым ваҡыт өлөшөн мөмкин тиклем тулы итеп сағылдырған ҡатлам алына. Тоҡомдарҙың ҡатламдары унда киң күренергә тейеш. Бынан  тыш шул осорҙа йәшәгән микроорганизмдарҙың да булыуы  мөһим,  – тине Рәсәй Фәндәр акаденияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең геология институты директоры Сергей Ковалев.  

“Торатау” геопаркының  генераль директоры Артур Иҙелбаев бындай статуслы ҡаяларҙың беҙҙә булыуының әһәмиәтен әйтте.

- Әйтергә кәрәк, бөтә Рәсәйҙә “Алтын ҡаҙаҡ” тигән статус алған ҡаялар икәү генә. Һәм уларҙың икәүһе лә Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан. Хатта улай ғына түгел, был объекттарҙың икеһе лә “Торатау” геопаркында. Бындай статусҡа эйә булған ҡаялар донъяла бик күп түгел. Был бөтә донъяның фәнни эшмәкәрҙәрен дә, туристарҙы  ла, киң мәғлүмәт сараларын да йәлеп итәсәк, - тине ул.

Республикабыҙҙа бындай объекттар булыуы фән үҫеше йәһәтенән ҙур аҙым булһа, икенсенән улар Башҡортостанды, уның геопарктарын донъя кимәлендә таныта. Шулай уҡ туристарҙың ылығыуына ла булышлыҡ итә.

“Усолка”ның йәше 294 миллион йыл булһа, “Алыҫ Төлкәҫ” теке 290 миллионға етә. Ҡытайҙа “Алтын ҡаҙаҡтар” һаны – 11, АҠШ-та – 9, шулай уҡ Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда берәр ошондай объект бар. Башҡортостанда ошондай юғары стутсҡа дәғүә иткән тағы ла уникаль урындар бар әле.

 

Автор фотоһы.  

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас