Экология
5 Июнь 2025, 12:30

Йәшел эштәр марафоны башланды

Унда теләгән һәр кем ҡатнаша

Йәшел эштәр марафоны башландыЙәшел эштәр марафоны башланды
Йәшел эштәр марафоны башланды

Бөтә Рәсәй “Йәшел эштәр марафоны” экология акцияһы 5 июндән 12-һенә тиклем дауам итә, тип хәбәр итә Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы.

Был марафонды Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса булдырылған “Экосистема” тигән Бөтә Рәсәй экология йәмәғәт хәрәкәте уҙғара.

Республикала марафон “Рәсәй һыуы” тигән экология акция менән башланып китә. Бөгөн ул Өфөлә Йылы күлдә ойошторола. Акция барышында йылға һәм күл ярҙары сүп-сарҙан таҙартыла. Был сарала беҙҙең төбәк йыл һайын әүҙем ҡатнаша. Былтыр ҡатнашыусылар һаны һәм таҙартылған йылға ярҙарының оҙонлоғо буйынса төбәктәр араһында Башҡортостан өсөнсө урынды яуланы. Республикабыҙ ҡала һәм райондары араһында Өфө – лидерлыҡҡа сыҡты.

Йылы күленән башҡа Уфимка ярҙары буйында ла эш башҡарыласаҡ. Шулай уҡ “Өфө муйынсағы” буйынса прогулка ҡаралған , ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашыу, флешмоб, уйындар, мастер-кластар, викториналар, тәмле приздар буласаҡ.  

Ҡатнашыусыларҙың йыйылыу урыны – “Өфө муйынсағы”на ингән урын. Акция 14:30 сәғәттә башлана. (12+) Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Шулай уҡ ведомтсво, предпрятиелар, уҡыу йорттары командалары ла үҙ өлөшөн индерә ала. Бирсәткәләр һәм ҡаптар ҡатнашыусыларға таратыласаҡ.

Был марафон барышында ЭкоГТО эстафетаһын уҙғарыу ҙа ниәтләнә. Унда ҡатнашыусылар экология өлкәһендә белемдәре буйынса нормативтар тапшырасаҡ.

Республикабыҙ уҡыусылары “Ылымыҡтарға ҡапҡас”, “Батарейкалар”, “Бумбатл” проекттарында ла ҡатнашасаҡ. Улар тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Шулай уҡ “Бөрө яры” тип  исемләнгән өсөнсө фестивалде уҙғарыу ниәтләнә.

- Экология тураһында хәстәрлек күреү төбәгебеҙҙең мөһим бурыстарының береһе. Тап ошондай башланғыстар тирә-яҡ мөхиткә яуаплы ҡараған быуынды тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Был акция йәштәрҙе, ғаиләләрҙе, ололарҙы бергә йәлеп итә, - ти Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

“Йәшел эштәр марафоны” “Экологик именлек” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Сығанаҡ: “Республика Башҡортостан” гәзите сайты.

 

Фото: Альберт ЗАҺИРОВ.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас