

13 сентябрҙә Бөрйән районында “Таҙа Бөрйән” экология акцияһы була. Ул республикалағы иң популяр ағыу маршруттарының береһендә – Ағиҙел буйлап Байназар ауылынан Антонов ҡаяһы тигән урынға ҡәҙәр уҙғарыла.
Билдәле булыуынса, йәй Бөрйән районында Ағиҙел буйлап ағыу күпләп уҙғарыла. Һөҙөмтәлә тирә-яҡ бысрана. Йылға ярҙарын таҙартыу маҡсатында ошондай тур ойоштороусылар, “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музейы, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре, әүҙемселәр бергәләп көҙгө өмә үткәрә.
Теләге булған һәр кемде быйылғы экология акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Сара сәғәт 10-да башлана. Маршруттың төрлө урынында эшкә ҡушылып китергә мөмкин. Акция тамамланғас, барлыҡ ҡатнашыусыларҙы “Шүлгәнташ мәмерйәһе” музейы амфитеатрында мәҙәни программа көтә.
Фото: "Башинформ".