Үткән шәмбелә Өфөлә беренсе көҙгө дөйөм ҡала өмәһе уҙғарылды.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, унда 54 меңдән ашыу кеше ҡатнашты һәм 513 берәмек махсус техника йәлеп ителде.
Эш барышында 3301 кубометр сүп-сар йыйып алынған һәм ташылған, парк зоналарына, урман парктарына, скверҙар һәм газондарға ҡараған 1219 квадрат метр майҙан, шулай уҡ 1357 квадрат метр йорт яны биләмәләре тәртипкә килтерелгән.
Өмәгә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, предприятиелар һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмаларының әүҙемселәре сыҡты.
Киләһе өмә 27 сентябрҙә буласаҡ, унда бер юлы “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһының көҙгө этабы ла уҙғарыласаҡ.
Фото: социаль селтәрҙән.