Бөтә яңылыҡтар
Экология
21 Сентябрь 2025, 00:05

Урман – ышаныслы ҡулдарҙа

Наил Әхмәтшин Урман хужалығы эшсәндәре көнө алдынан Абҙаҡ ауылында йәшәгән урман хужалығы ветерандары Рәйсә менән Мансур Ғәләүетдиновтарҙы ҡотланы.

Урман – ышаныслы ҡулдарҙа
Урман – ышаныслы ҡулдарҙа

Республиканың урман тармағында оҙаҡ йылдар эшләп, үҙен тәжрибәле етәксе, ойоштороусы итеп күрһәткән хеҙмәткәрҙәр бар. Улар иҫәбенә Белорет районында урынлашҡан Тирлән урмансылығы етәксеһе Наил Әхмәтшинде индерергә мөмкин. Хәҙер ул урман хужалығы ветерандары рәтенә баҫты – быйыл уға 65 йәш тулды.

– Минең өсөн урман күптән инде йәшәү рәүешенә әйләнгән. Киләсәк быуынға етһен өсөн уны ваҡы­тында тергеҙеп барыу мөһим. Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш башлағас та, урманды тергеҙеү­ҙең мөһим сара булыуын аңлап, төбәктә ағас ултыртыу мәсьәләһенә ныҡлап тотондо, беҙ ҙә ыңғай мөнә­сәбәтте, ярҙамды тоябыҙ. Милли проекттар тормошҡа ашырыла, бындай иғтибарҙы урмансыларҙың күптән күргәне юҡ ине, – ти Наил Үзбәк улы.

Тирлән урмансылығының май­ҙаны 128 322 гектар ерҙе тәш­кил итә. Был урмандың күпселек өлө­шөн “Селена” (32352 гектар) һәм “Өфө фанера комбинаты” (24 797, 4 гектар) йәмғиәттәре ҡуртымға алған. Урман фондының 31279,8 гектарын рекреация эшмәкәрлеге өсөн ҡуртымға алғандар, ә 31272 гектар ер “Ирәмәл” тәбиғәт паркына ҡарай. Унан тыш, бәләкәй ҡуртым­сылар ҙа эшмәкәрлек алып бара, уларҙың һаны йылдан-йыл арта.

– Өлгөргән һәм ҡартайған урман үҫентеләренең төп өлөшө ҡуртым-сылар ҡулында булғас, халыҡты төҙөлөш ағасы менән тәьмин итеү ауыр. Шуны ла әйтергә кәрәк – беҙҙә ҡырағай туризм өҫтөнлөк итә, бындай туристар урманда янғын сығыуға сәбәпсе булып тора, ҡеүәтле техникалары менән юлдарҙы бөтөрә, – ти етәксе.

Тағы ла бер етди мәсьәлә борсой етәксене – Тирлән урмансы­лығының үҙенең бинаһы юҡ, әле уларҙы Тирлән урман хужалығы үҙ ҡанаты аҫтына алған. Бина бик иҫке, уңайлыҡтар юҡ. Шуға күрә Наил Үзбәк улы: “Урмандан ҡайтҡас, кейемде алмаштырыу, янғындан һуң йыуыныу өсөн шарттар булдырырға кәрәк ине”, – ти.

– Ағас ултыртыу эшенә килгәндә, бөгөн шәхси эшҡыуарҙарҙы йәлеп итеү бик мөһим, сөнки әле беҙҙең районда урман хужалыҡтарының көсө менән генә уны атҡарып сығыу мөмкин түгел. Шуға күрә лә уларға кәңәш менән дә, мәғлүмәт менән дә ярҙам итергә тырышабыҙ, – ти.

Наил Үзбәк улы 2010 йылда янғындарҙы һүндереүҙә индергән өлөшө өсөн Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының миҙалы менән бүләкләнгән, шулай уҡ ведомство маҡтау грамоталары ла бихисап.

Наил Үзбәк улына урман мәнфәғәтен яҡлап, ябай кешеләр менән генә түгел, ҙур етәкселәр менән дә тартҡылашып алырға тура килә. Ошондай мәлдәрҙә лә ул ҡаушап ҡалмай, һәр саҡ үҙ ҡа­рашын белдереп, дәүләт мән­фәғәтен яҡлап хеҙмәт итә. Ошондай намыҫлы кешеләр барҙа урман ышаныслы ҡулдарҙа, тип әйтә алабыҙ.

Ул үҙенең элекке хеҙмәттәштерен дә онотмай - яңыраҡ, Урман хужалығы эшсәндәре көнө алдынан, Абҙаҡ ауылында йәшәгән урман хужалығы ветерандары Рәйсә менән Мансур Ғәләүетдиновтарҙы ҡотланы (һүрәттә). 

Рәмилә МУСИНА фотоһы.

Урман – ышаныслы ҡулдарҙа
Урман – ышаныслы ҡулдарҙа
Урман – ышаныслы ҡулдарҙа
Урман – ышаныслы ҡулдарҙа
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас