Бөтә яңылыҡтар
Экология
21 Сентябрь 2025, 14:30

Янғын һүндереү менән генә сикләнмәйҙәр, ә урманды ла тергеҙәләр

Ағас үҫентеләрен тәрбиәләүгә участканың өлкән хеҙмәткәре Наталья Юрьевна Усманова тос өлөш индерә.

Янғын һүндереү менән генә сикләнмәйҙәр, ә урманды ла тергеҙәләр
Янғын һүндереү менән генә сикләнмәйҙәр, ә урманды ла тергеҙәләр

Белорет районында командировкала булғанда урынлашҡан “БР Урман янғыны үҙәге” дәүләт учреждениеһының 3-сө типтағы “Белорет” урман янғын һүндереү станцияһының эшмәкәрлеге менән таныштыҡ.

3-сө типтағы “Белорет” урман янғын һүндереү станцияһының начальнигы Вадим Искәнйәр улы Усманов станцияның эшен юғары кимәлдә ойоштороуға бар күңелен һала. Ундағы был яуаплылыҡты аңларға ла мөмкин, сөнки ул БР Урман янғын һүндереү үҙәге эшмәкәрлеген башлаған мәлдән, йәғни 2011 йылдан эшләй. Тәүҙә ойошмала водитель була, 2016 йылда механик вазифаһына күсерелә, 2021 йылдан 3-сө типтағы “Белорет” урман янғын һүндереү станцияһы начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм бөгөнгә тиклем ошо вазифаны намыҫлы атҡара.

Вадим Усманов һәр ерҙә лә үҙ бурыстарын юғары профессиональ кимәлдә башҡара. Механик булып эшләгәндә техниканың өҙлөкһөҙ һәм ышаныслы эшләүен тәьмин итә. Был урман янғынын ваҡытында һүндереүгә бар­лыҡ техниканы ебәрергә мөм­кинлек бирә. Ҡорамалдарҙы ре­монтлауҙы һәм уны эшкә яраҡлы хәлдә тотоуҙы тормошҡа ашырыусы Урман янғыны станцияһы водител­дәренә һәм тракторсыларына оҫта етәкселек итә.

3-сө типтағы Урман янғын һүндереү станцияһы начальнигы вазифа­һына тәғәйенләнгәс, ул ҡыҫҡа ғына эшмәкәрлек осоронда үҙен юғары квалификациялы белгес һәм намыҫлы хеҙмәткәр итеп күрһәтә.

Ә утҡа ҡаршы көрәштә ваҡыт — төп хәл иткес фактор. Бер нисә сәғәтте юғалтһаң, тәбиғәт янғыны, бигерәк тә эҫе һауа торошонда, шул тиклем көсәйә, һуңынан уны ауыҙлыҡлауы бик ауыр. Уның командаһы һәр ваҡыт бәлә-ҡаза урынына ваҡытында сыға. Һөҙөмтәлә күп һанлы гектарҙа урман ҡотҡарыла, кеше һәм матди ресурстар һаҡлана.

Уның етәкселегендә хеҙмәткәрҙәр йыл һайын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә дәүләт заданиеһын үтәү буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә, профессиональ оҫталығы арҡаһында минералләнгән һыҙаттар, беседкалар, урман юлдары булдырыла.

Вадим Усманов бөтөн эшмәкәрҙәрен дә рациялар менан тәьмин иткән. Телефон тотмаған урындарҙа бәйләнештең булыуы бик мөһим. Бәйләнеш булыуы юлдарҙы тиҙ табырға, техниканы оператив алып барырға, икенсе сығанаҡҡа оператив ебәрергә ярҙам итә.

“Белорет” урман янғын һүндереү станцияһының Тирлән участкаһында алты кеше эшләй. Улар янғын һүндереү эше менән генә сикләнмәй, ә урманды тергеҙеү буйынса ла эш алып бара – теплицала ябыҡ тамыр алымы менән ҡарағай, ҡарағас, зәңгәр шыршы үҫентеләрен үрсетәләр. Быйыл 42 гектарҙа ағас ултыртҡандар.

Ағас үҫентеләрен тәрбиәләүгә участканың өлкән хеҙмәткәре Наталья Юрьевна Усманова тос өлөш индерә. Ул һәр үҫентене үҙ балаһы кеүек ҡарай.

– 2020 йылдан ағас үҫентеләрен сәсеү менән шөғөлләнә башланыҡ, тәүҙә питомникта асыҡ ысул менән ултырттыҡ, әле ябыҡ тамыр ысулына күстек. Быйыл ямғырҙар булғас, миҙгел тыныс үтте, шуға ла урманды тергеҙеү, янғынға ҡаршы аншлагтар ҡуйыу, һыҙаттар, юл һалыу кеүек эштәргә ҙур иғтибар бирҙек, – ти Наталья Юрьевна.

Ғөмүмән, 3-сө типтағы “Белорет” урман янғын һүндереү станцияһының хеҙмәткәрҙәре ут һүндереү менән генә сикләнмәй, урманды һаҡлау буйынса ла ҙур эшмәкәрлек алып бара.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Янғын һүндереү менән генә сикләнмәйҙәр, ә урманды ла тергеҙәләр
Янғын һүндереү менән генә сикләнмәйҙәр, ә урманды ла тергеҙәләр
Янғын һүндереү менән генә сикләнмәйҙәр, ә урманды ла тергеҙәләр
Янғын һүндереү менән генә сикләнмәйҙәр, ә урманды ла тергеҙәләр
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас