Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Сентябрь 2025, 21:25

Бишәүһе янып үлгән...

Фажиғәле хәлдең электр ҡорамалының төҙөк булмауы менән аңлаталар. 

Бишәүһе янып үлгән...
Бишәүһе янып үлгән...

Новосибирск ҡалаһындағы 65 гектар майҙанда ҡатнаш ағас үҫкән асыҡ һауалағы зоопаркта 24 сентябргә ҡарай төндә янғын сыҡҡан. Ялҡын  телдәре 180 квадрат метр майҙанды ялмаған. Ике вольер тулыһынса янып бөткән. Биш йәнлек һәләк булған. Фажиғәле хәлдең электр ҡорамалының авария режимында эшләүенән килеп сығыуы менән аңлаталар.

Янғынды һүндереүҙә ун ҡотҡарыу техникаһы һәм утыҙға яҡын ҡотҡарыусы, зоопарк хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан. Йәнлектәрҙең зыян күреүенә ҡала ҡунаҡтары һәм урындағы халыҡ борсолоп, үҙ ярҙамын тәҡдим иткән.

Бишәүһе янып үлгән...
Бишәүһе янып үлгән...
Бишәүһе янып үлгән...
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас