Бөтә яңылыҡтар
Экология
29 Сентябрь 2025, 22:15

Экология буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрелде

Ғалимдар, уҡытыусылар һәм сәнәғәт вәкилдәре тәжрибә менән уртаҡлашты, киләсәктә был  иҡтисадҡа “йәшел” технологиялар индереүгә булышасаҡ.

Экология буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрелде
Экология буйынса түңәрәк өҫтәл үткәрелде

Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең Вуз-ара  студенттар кампусында “Нефть эшкәртеү объекттарында бысратыусы матдәләрҙе сығарып ташлауға автоматик контроль системаларын ойоштороу” темаһына түңәрәк өҫтәл үткәрелде.  

Ойоштороусылары – Өфө дәүләт нефть техник университетының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кафедраһы һәм “Башнефть-ПЕТРОТЕСТ”  компанияһы. Улар был сараны үткәреүҙә көстәрен берләштерҙе.

Фекер алышыуҙа “АНК “Башнефть” асыҡ акционерҙар ойошмаһы  һәм “Башнефть-ПЕТРОТЕСТ” йәмғиәтенең экология, метрология һәм технологиялар өлкәһендәге төп белгестәр ҡатнашты. “Штутгарт Автомейшн” һәм “Һанлы корпоратив технологиялар” компаниялары вәкилдәре экологик мониторинг өсөн заманса сиселештәр тәҡдим итте. Улар бөтә процесты үҙ эсенә ала.

Түңәрәк өҫтәл фән һәм производство араһында һөйләшеү өсөн майҙанға әүерелде. Ғалимдар, уҡытыусылар һәм сәнәғәт вәкилдәре тәжрибә уртаҡлашты, киләсәктә был иҡтисадҡа “йәшел” технологиялар индереүгә булышасаҡ.

Фото: Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең  Вуз-ара студенттар кампусы.

Автор: Дина Арсланова
Читайте нас