Бөтә яңылыҡтар
Экология
1 Октябрь 2025, 19:30

Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша

Башҡортостан урман хужалығын алып барыу һөҙөмтәлелеге буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды алған.

Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша

Өфөлә “Торатау” конгресс-холында урман хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара үтте.

Унда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская, Волга буйы федераль округы буйынса Урман хужалығы департаменты начальнигы Эдуард Леонтьев, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов, республиканың иң урманлы райондары башлыҡтары, урман участкаларын ҡуртымға алыусылар, мәктәп урмансылыҡтары етәкселәре һәм ғилми берләшмә вәкилдәре ҡатнашты.

Конгресс-холл фойеһында урман тармағының яңы ҡорамалдары һәм тауарҙары күргәҙмәһе эшләне. Унда дәүләт урман инспекторҙары ҡарамағындағы пилотһыҙ осоу аппараттары күрһәтелде. Әлеге ваҡытта пилотһыҙ осоу аппараты урман биләмәләрен күҙәтеү һәм рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусыларҙы асыҡлау өсөн уңышлы ҡулланыла.

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Башҡортостан урман хужалығын алып барыу һөҙөмтәлелеге буйынса Волга буйы федераль округында икенсе урынды алыуы хаҡында белдерҙе.

– Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында урман хужалығын алып барыу һөҙөмтәлелеге буйынса икенсе урынды алды. Республиканың урман хужалығы министры, ҡаҙаныштар араһында урман контроленең һәм күҙәтеүенең юғары кимәле, шулай уҡ урмандарҙы файҙаланыуҙы һөҙөмтәле ойоштороу билдәләнгән, – тип белдерҙе ведомство етәксеһе.

Сара аҙағында урман тармағының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. Улар араһында Яңауыл урман хужалығы хеҙмәткәре, тармаҡҡа 64 йыл ғүмерен бағышлаған Сергей Таначев “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Бәләбәй урмансылығы етәксеһе Айҙар Дәүләтгәрәев “Урман байлығын һаҡлаған һәм арттырған өсөн” ведомство билдәһе менән билдәләнде.

Ҡариҙел урмансылығы етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре Әлфир Ғизитдинов урманды һаҡлауға, үҫтереүгә индергән намыҫлы хеҙмәте өсөн Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.

– Урман хужалығында 1986 йылдан эшләйем. Бөгөнгө награда минең генә түгел, ә Ҡариҙел урмансылығының барлыҡ коллективының ҡаҙанышы ул. Бөгөн урман хужалығында үҙ һөнәренә тоғро булғандар ғына эшләй. Беҙҙең структурала күп үҙгәрештәр булды, әммә урман хужалығында иң кәрәкле кешеләр ҡалды. Улар ысынлап та бик яуаплы, тәжрибәле һәм оҙаҡ йылдар үҙҙәрен ошо тармаҡҡа бағышлаған "йәшел ҡалҡан" һаҡсылары, – тине Әлфир Нурзиевич.  

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың урман фонды биләмәһе 5,7 миллион гектар тәшкил итә. Тармаҡҡа һигеҙ меңдән ашыу хеҙмәткәр йәлеп ителгән.

Рәмилә МУСИНА фотолары.

Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Улар урман шаулап үҫһен өсөн тырыша
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас